ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
24 Декабрь 2021, 04:02

Яңы йыл табынына буҙа әҙерләйек!

Бының өсөн һеҙҙең иғтибарға дүрт төрлө рецепт тәҡдим итәбеҙ.

Яңы йыл табынына буҙа әҙерләйек!Яңы йыл табынына буҙа әҙерләйек!
Яңы йыл табынына буҙа әҙерләйек!

Буҙа – халҡыбыҙҙа борон-борондан билдәле булған шифалы, туҡлыҡлы эсемлек. Ул шыттырылған һәм төйөлгән арпанан, онталған һолонан әҙерләнгән. Күбекләнеп торһон өсөн малдың эс майын йәки аҡ май ҡушҡандар. Буҙа ашҡаҙан, бөйөр, бауыр, нервы системаһы эшмәкәрлеген яҡшырта.

Абруйлы ағинәй Мәрйәм Бураҡаеваның рецебы

– Мин был шифалы эсемлекте үҙебеҙҙең цехта етештерелгән 200 грамлыҡ буҙа ҡатнашмаһынан яһайым. Унда төп компонент – һоло, шулай уҡ арыш, ваҡ талҡан, тананың эске майы ҡатнаштырылған. Уны “Буҙа ҡатнашмаһы” тип атайбыҙ һәм заказ буйынса цехта эшләткәс, такси менән оҙатабыҙ.

200 грамлыҡ буҙа ҡатнашмаһы өс литрға иҫәпләнгән. Аҙаҡ, әсеп сыҡҡас, ҡайнап һыуынған һыуға шәкәр татытып (сәйгә һалған сама менән) шыйыҡлатырға мөмкин.

Эш барышы: буҙа ҡайната торған кәстрүлгә (дүрт-биш литрлыҡ булһын, ташып китеүе ихтимал) бер ҡап ҡатнашманы тотош һалығыҙ. Шунан ярты литр самаһы һалҡын һыу ҡойоп, ентекләп бутағыҙ. Бер төйөрө лә ҡалмаһын. Быныһын ултыртып ҡуйығыҙ ҙа, икенсе һауыт алып, ике литрҙан ашыуыраҡ (йәмғеһе 2,5-3 литр тинек бит инде) һыуҙы айырым ҡайнатығыҙ. Бының буҙа сифаты өсөн әһәмиәте юҡ. Фәҡәт эште тиҙләтә һәм еңеләйтә. Айырым ҡайнатып сығарғас, кәстрүлгә, теге болғатып ултыртҡан ҡатнашма өҫтөнә ҡойоп, ентекләп болғатаһың да талғын ғына утта 40 минут буйы бешерәһең. Төбөнә ултырмаһын өсөн даими болғап алырға кәрәк. Ҡырҡ минут ҡайнағас, һыуытырға ҡуяһың. Бүлмә температураһына етеп һыуынғас, ике аш ҡалағы шәкәр һәм әсетке һалып, өҫтөн матурлап ябып ултыртаһың.

Әсетке һәм әсеү. Әсетке булараҡ стакан ярым тирәһе ҡымыҙ йәки электән алып ҡалынған 500 грамм самаһы буҙаны ҡулланығыҙ. Сүпрә ярамай, ундай буҙаның шифаһы булмай. Әсетеү өсөн ҡулланылған ҡымыҙ йәки буҙа йылы – бүлмә температураһында булһын. Шифаһын күрегеҙ!

Әгәр һеҙ Мәрйәм апай тәҡдим иткән “Буҙа ҡатнашмаһы” менән шифалы эсемлек эшләп ҡарарға теләһәгеҙ, “Бәйләнештә” селтәрендә уның үҙенә хәбәр яҙып, белешә алаһығыҙ.

 Сибай ҡалаһынан Гөлсирә Нәбиуллинаның рецебы

– Буҙа – иң шифалы, туҡлыҡлы эсемлектәребеҙҙең береһе. Һоло ярмаһы бөтә булған витаминдарҙы үҙенә йыйған.

Был юлы минеке лә шәп килеп сыҡты әле ул. Яҙып ҡуяйым эшләнешен: ете литрлыҡ кәстрүл алып, һыҙығына тиклем һыу ҡойоп ҡайнатаһың. Ҡайнап сыҡҡас, бер килограмм һоло ярмаһы (геркулес) һалаһың. Төбөнә йәбешмәһен өсөн даими болғап торорға кәрәк. Талғын ғына утта ҡайнап сыҡҡас, әҙерәк быҡһын тип, һүндереп торҙом. Бер-ике сәғәттән һуң тағы ҡайнатып алдым, 180-200 грамм аҡ май һалдым. Май ҡушып ҡайнатһаң, ныҡ һәйбәт килеп сыға, һуңынан һыуы айырылмай, күпереп, ҡабарып ҡына тора. Икенсегә ҡайнатҡанда ла болғатып торорға кәрәк. 10-15 минут ҡайнатып алғас, һүндереп, өҫтөн ябып ҡуйҙым. Һыуына башлағас, йылы ғына мәлендә иләк аша һөҙөп алдым. Магазиндан алған буҙаны бер сынаяҡ ҡушып болғатып, әсетергә ҡуйҙым. Иртәнсәк күпереп кенә әсегән ине. Буҙағыҙ тәмле булһын!

Традицион ысул

400 грамм һоло, бер стакан шәкәр, 1-2 аш ҡалағы үҫемлек майы (һыйыр майы ла мөмкин).

Алты литрлыҡ кәстрүлдә һыу ҡайнап сыҡҡас, 400 грамм һоло ярмаһы һалып, тағы ҡайнатып сығарырға. Шунан һуң бик һүрән утта 40–45 минут болғата-болғата бешереп алғас та эре тимер иләк аша иҙеп-һөҙөп алырға (алдан блендер менән иҙеп алһаң, еңелерәк була).

Ҡуйыраҡ тойолһа, самалап ҡайнар һыу менән шыйыҡлап алаһың. Йылымыс хәлгә ҡалғансы һыуытҡас (һауыттың төбөндә эҫеһе ҡалмаһын), бер стакан шәкәр, шуныңса буҙа әсеткеһе (электән ҡалғанды йәки ҡымыҙ) өҫтәп, йылы менән ҡаплап, әсетергә ҡуяһың.

Кис ҡуйһаң, иртәнгә әсеп, күпереп сыға. Бер-ике көндә эсеп бөтөрөүҙе күҙ уңында тотһаң, бер ниндәй ҙә май ҡушыу мотлаҡ түгел. Оҙағыраҡ һаҡларға ниәтләгәндә, ике-өс аш ҡалағы үҫемлек майы йәки иретелгән һыйыр майы өҫтәргә кәрәк була. Ҡайнатҡан саҡта япраҡтары менән сейә ботағын ҡушһаң, тәме һәм еҫе үҙгәрә.

(kitaplong.ru) 

“Ураҙбай” төркөмөнән рецепт

Өс литр һыуыҡ һыуға 0,7 литрлык банка менан "Геркулес" ярмаһы һалып, 5-10 минут ултыртып бүрттерергә. Талғын утта бер сәғәт ҡайнатырға, бер ҡалаҡ аҡ май һалырға, туҡтауһыҙ болғап торорға. Бер сәғәт үткәс, кеҫәл һымаҡ массаны иләк аша һөҙөргә һәм һыуытырға ҡуйырға.

Йылымыс массаға бер-ике стакан ҡымыҙ (магазиндыҡы ла мөмкин), бер стакан шәкәр өҫтәп бутарға, бер тәүлеккә йылы урынға ултыртып ҡуйырға.

Теүәл бер тәүлектән телеңде йоторлоҡ башҡорт милли эсемлеге әҙер буласаҡ!

(vk.com/urazbay).

 

 

 

 Фото: sun9-54.userapi.com

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
https://bashgazet.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/2021-12-23/ya-y-yyl-tabynyna-bu-a-erl-yek-2632977
Автор:"Башҡортостан" гәзите
Читайте нас