

Теш пастаһын һайлаған саҡта нимәгә айырыуса иғтибар итергә кәрәк? Түбәндә - белгестәрҙән кәңәш.
Һәр теш пастаһы һауытында төҫлө дүртмөйөш була: йә ҡара, йә ҡыҙыл, йә күк, йә йәшел. Был осраҡта төҫтәр нимәне аңлата икән - әйҙәгеҙ, белгестәрҙең һүҙенә ҡолаҡ һалайыҡ.
*Йәшел дүртмөйөш пастаны етештергәндә тәбиғи сеймал ғына ҡулланылыуы тураһында һөйләй. Был шулай уҡ косметик тауарҙарға ла ҡағыла.
*Күк төҫлө дүртмөйөш тәбиғи сеймал менән бергә химик компонент та барлығын иҫкәртә.
*Ҡыҙыл квадрат икән, тимәк, бында химик элементтар өҫтөнлөк итә тигән һүҙ. Бындай пастаны йоторға ярамай.
*Ҡара төҫлө дүртмөйөш һүрәтләнһә, ул - пастаның тотошлайы менән химик элементтарҙан ғына тора икәнлегенә күрһәткес. Был тюбик иң хәүефлеһе тип иҫәпләнә.
Фото: YouTube