

Ял көнө ғаиләне тәмле аҙыҡтар менән ҡыуандырғы килә. Тик был, ғәҙәттә, оҙаҡ ваҡыт талап итә. Әлеге торт иһә бик тиҙ әҙерләнә. Уны һеҙгә лә тәҡдим итәбеҙ.
Ҡамыр өсөн: бер банка ҡуйыртылған һөт, бер йомортҡа, бер аш ҡалағы һүндерелгән сода, өс-дүрт стакан он.
Крем өсөн: 800 мл. һөт, бер йомортҡа, бер стакан шәкәр, 200 г. аҡ май, өс аш ҡалағы он, ванилин кәрәк.
Ҡуйыртылған һөттө, йомортҡаны, соданы, ондо бергә бутап ҡамыр баҫабыҙ. Һигеҙ тигеҙ өлөшкә бүләбеҙ ҙә, йоҡа ғына йәймәләр йәйәбеҙ. Майһыҙ табаны ҡыҙҙырып, йәймәләрҙең ике яғын да бешереп алабыҙ. Йәки духовкала эшләргә лә мөмкин. Бешкән йәймәләрҙән тигеҙ түңәрәктәр ҡырҡып сығабыҙ.
Артабан кремға тотонабыҙ. Йомортҡаны шәкәр менән туғып өс аш ҡалағы он, әҙерәк һөт, ванилин өҫтәйбеҙ. Талғын ғына утта болғап тороп бешерәбеҙ. Ҡуйырғас һүндерәбеҙ ҙә, әҙерәк һыуығас йомшарған аҡ майҙы ҡушып һәйбәтләп миксер менән туғыйбыҙ.
Шунан йәймәләргә крем һөртөп, үҙең теләгәнсә биҙәп һыуытҡысҡа оҙатабыҙ.
Сәйегеҙ тәмле булһын!
Фото: Ok.ru