ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
18 Декабрь 2021, 16:58

Ҡатлы бишбармаҡ

Барыбыҙ ҙа яратып ашаған милли ризығыбыҙ бишбармаҡты ла төрләндереп ебәрергә була.   

Ҡатлы бишбармаҡҠатлы бишбармаҡ
Ҡатлы бишбармаҡ

Һеҙ бишбармаҡ яратаһығыҙмы? Уны әҙерләү йәһәтенән үҙегеҙ генә белгән серҙәрегеҙ барҙыр, бәлки? Шул хаҡта яҙһағыҙ, шәп булыр ине, сөнки төрлө яҡта бишбармаҡ та төрлөсә әҙерләнә бит: ҡайҙалыр - ҡуйы аш, икенсе төбәктә - мотлаҡ һурпалы, берәүҙәр һалмаһын шаҡмаҡлап киҫә, икенселәр оҙонсаны үҙ итә...

Бөгөн һеҙҙең иғтибарға ҡатлы бишбармаҡ тәҡдим итәбеҙ.

Бының өсөн бер килограмм ит (һарыҡ, йылҡы, һыйыр), 150 грамм аҡ май, ике баш һуған, тоҙ, борос алына.

Ҡамыр өсөн: бер йомортҡа, самалап он, тоҙ кәрәк.

Әҙерләү. Итте талғын ғына утта тәмләткестәр - бер баш һуған, һарымһаҡ, ҡара борос, тоҙ ҡушып, 2-2,5 бешерәбеҙ. Ит бешкәнсе ҡамыр баҫып, нәҙек кенә итеп йәйәбеҙ. Уны ромб формаһында киҫәбеҙ. Бешкән итте алып турайбыҙ. Һурпаға туҡмасты һалып, 10-15 минут бешерәбеҙ. Һалма бешкәнсе соус әҙерләйбеҙ: һуғанды турап, аҡ май өҫтәйбеҙ ҙә, борос һибәбеҙ - соус әҙер.

Артабан ҡатлап һауытҡа һалабыҙ: һалма, уның өҫтөнә ит, артабан соус ҡойола. 

Телде йоторлоҡ тәмле ризыҡ килеп сыға. Ашығыҙ тәмле булһын!

Ә һеҙҙең яҡта бишбармаҡ нисек әҙерләнә?   

 

 

 

 

Фото: ducandiets.ru

Автор:Рисаля Юмагулова
https://bashgazet.ru/articles/matur-t-en-yaly-y/2021-11-29/atly-bishbarma-2600482
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас