

Табипҡа яҙылып, күренеп, кәрәкле дауа яҙҙырып алғансы байтаҡ ваҡыт үтә. Шулай уҡ үҙ белдегең менән дарыу эсә башлау ҙа хәүефле. Ә бына түбәндә яҙылған дауаланыу алымы тураһында белеү берәүгә лә зыянға булмаҫ. Уны йүткерек башланғанда эшләп ҡарарға тәҡдим ителә.
Уртаса ҙурлыҡтағы кәбеҫтә япрағын бер-ике минут ҡайнар һыуҙа тотҡас, уға бал һылап түшкә ябырға (шулай уҡ бер юлы арҡаға ла һалырға мөмкин). Өҫтөнән һылашып торған өҫ кейеме (кәбеҫтә япрағы шылып йөрөмәҫлек итеп) кейергә кәрәк. Япманы төнө буйына ҡалдырырға ла мөмкин. Иртән тороуға унан бер нәмә лә тороп ҡалмай тиерлек.
Бал менән кәбеҫтә, билдәле булыуынса, бер-береһенең шифалы үҙенсәлектәрен көсәйтеп ебәрә: бал эскә үтеп инеп тынысландыра, туҡландыра, ә кәбеҫтә туҡымаларҙағы ялҡынһыныуҙы, шеште үҙенә һура. Бындай дауаланыуҙың ыңғай һөҙөмтәһе өс-биш тапҡыр эшләгәндән һуң беленер.
Фото: ufa-medtehnika.ru