Хәҙерге тынғыҙһыҙ заманда йоҡоһоҙлоҡтан яфаланған кеше айырыуса күп. Улар араһында ололарҙың ғына түгел, йәштәрҙең һәм балаларҙың да булыуы айырыуса күңелде ҡыра.
Бының сәбәбе шул: төрлө сирҙәр һәм нервы системаһының тайпылыштары һөҙөмтәһендә йоҡо режимы боҙола, уның сифаты түбәнәйә. Ҡайғы-хәсрәт, тулҡынланыу, ауыр һәм, киреһенсә, ҡыуаныслы ваҡиғалар ҙа кешеләрҙе йоҡонан яҙҙырыуы ихтимал.
Йоҡоһоҙлоҡто дауалау буйынса халыҡ медицинаһы саралары ла бар.
l Йоҡлар алдынан майлы ризыҡтарҙан баш тартығыҙ. Ә бына һуған ашаһағыҙ, йоҡоғоҙ ныҡ, тәрән булыр.
l Сәстәрҙе мәтрүшкә үләне төнәтмәһе менән йыуыу ҙа файҙалы.
l Мөмкинлегегеҙ булһа, йоҡлар алдынан бер-ике стакан яңы һауылған кәзә һөтө эсегеҙ.
l Эсенә кипкән ҡомалаҡ һалынған мендәрҙә йоҡлау яҡшы һөҙөмтә бирә.
l Йоҡлаған саҡта бүлмәлә күҙҙе сағылдырған электр уты яҡтыһы булырға тейеш түгел – был да тынғыһыҙлыҡ тыуҙыра.
l Йоҡларға бер үк ваҡытта ятырға өйрәнегеҙ.
https://bashgazet.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/2020-08-28/yo-o-o-lo-yonsotma-yn-683904