ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
24 Октябрь 2021, 15:27

Өләсәйемдең бер сере...

"Ә беҙ уны сүп урынына күреп, һанға һуҡмайбыҙ, ыр­ғытабыҙ...”

Өләсәйемдең бер сере...Өләсәйемдең бер сере...
Өләсәйемдең бер сере...

“Йәш саҡта ололарҙың һүҙенә әллә ни иғтибар биреп бармайһың шул. Хәҙер килеп иҫкә төшә лә бит, ваҡыт үткән, күп өгөт-нәсихәттәре онотолған. Шулай ҙа уның бер кәңәше иҫтә ҡалған, – тине танышым Зәлифә бер осрағанда. – Мин ғүмер буйы уның бер ҡасан шампунь күрмәгән ебәктәй сәстәренә һоҡландым. Һәр саҡ йылҡылдап тора, ҡуйы үҙе, ҡауаҡлап йонсотмай.

Өләсәйем миңә сәстәрен нисек тәр­биәләүе тураһында һөйләне. Сере ябай: баҡсала үҫкән һуған ҡабыҡтарын йыйып алып, унан төнәтмә эшләй. Бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 10-15 минут самаһы ҡайната. Һыуытҡандан һуң төнәтмә менән сәстәрен сайҡата, “бер ниндәй буяуың да кәрәкмәй”, тине ул.

 Аҙаҡ төрлө сығанаҡтарҙан уҡып, һуған ҡабығында байтаҡ файҙалы матдәләр булыуын белеп аптыраным. Баҡһаң, унда ҡеүәтле антиокси­дант­тарҙың береһе булған флавоноид кверцетин бар икән. Был матдә күҙәнәк­тәрҙең сәләмәтлеген һәм йәшлеген һаҡлай, яман шешкә ҡаршы көрәшә. Кверцетин аллергиянан яфаланғандарға хәлдәрен яҡшыртыу өсөн бик кәрәк. Ул төрлө шеш һәм ялҡынһыныуҙарға ҡар­шы тора, йөрәк-ҡан тамырҙары систе­маһы сәләмәтлеген һаҡлай. Ә беҙ фай­ҙалы һуған ҡабығын сүп биҙрәһенә ташлайбыҙ.

Уны өйҙәге гөлдәрҙе, үҫемлектәрҙе ашлау өсөн файҙаланалар, химик ашламанан айырмалы, бөтөнләй зарарһыҙ, бактерицидлы үҙенсәлектәре бар. Хатта сирләгән хәлһеҙ үҫентеләр терелеп, йәнләнеп китә, тиҙәр. Ә беҙ уны сүп урынына күреп, һанға һуҡмайбыҙ, ыр­ғытабыҙ...” – тип бошондо Зәлифә.

 

 

 

 

 

 

- Динә АРЫҪЛАНОВА

https://bashgazet.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/2021-10-22/l-s-yemde-ber-sere-2557220

 

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас