ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
24 Октября 2021, 04:48

Быуындар һыҙлаймы?

Ауыртыныуҙы баҫыу өсөн нимә эшләргә була?  

Быуындар һыҙлаймы?Быуындар һыҙлаймы?
Быуындар һыҙлаймы?

Бигерәк тә оҙаҡ ултырып эшләүселәр ошондай проблема менән йыш осраша. Сәбәптәр икенселә булыуы ла мөмкин: йәрәхәтләнеү, һыныу, тартылыу, артрит, ревматизм.


Шундай саҡта ярҙам итерҙәй халыҡ сараһы бар, һәм уны һәр кеше үҙе эшләй ала.
Ауыртҡан ергә һылау өсөн дарыу. Уның өсөн кәрәк: берәр ҡалаҡ бал, горчица, ваҡ тоҙ, һыу.


Ошоларҙың бөтәһен бергә ҡушып, береккәнсе ентекләп бутайбыҙ ҙа бушаған крем һауытына һалабыҙ.


Әҙер сараны ауыртҡан урынға һылап, өҫтөнә полиэтилен, уның өҫтөнә йөн туҡымалы сепрәк ябып, нығытып бәйләйбеҙ. Япманы бер-ике сәғәт тотҡас, яҡшылап йыуып, ҡоротоп ҡуябыҙ.


Дауаланыуҙы дүрт-биш көн ҡабатларға. Ыңғай һөҙөмтәһе тәүге көндәрҙә үк һиҙелә. Артып ҡалған майҙы һыуытҡыста һаҡларға кәрәклеген онотмаҫҡа. Унда ла биш -алты көндән артыҡ һаҡланмай.

 

 

 

 


Фото:kazandoctor.ru

Автор:Аклима Гизатуллина
https://bashgazet.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/2021-10-23/byuyndar-y-laymy-shatyr-aymy-2557854
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас