ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
23 Октябрь 2021, 05:32

Ҡул эштәренең тылсымы бар

Йөрәк ритмы боҙолған, ҡан баҫымы юғары булған кешеләр өсөн файҙалы шөғөл, тиҙәр. Ә йоҡоһоҙлоҡтан, баш ауыртыуынан яфаланғандар...

Ҡул эштәренең тылсымы барҠул эштәренең тылсымы бар
Ҡул эштәренең тылсымы бар

Кеше тәнендә тәьҫир иткәндә организмға зарар килтергән йәки  дауалаған төрлө һиҙгер нөктәләр бар. Мануаль терапевтар быны яҡшы аңлап эш итә.

Ҡул эштәренең дә һеҙҙе дауа­лаған, ҡайһы бер ыҙалатҡан сир­ҙәрҙән арындыр­ған “табип” булыуы мөмкин. Һәр хәлдә, маһир оҫталар был тылсымлы үҙенсә­лекте кире ҡаҡмай.

Ҡул эштәренең ниндәй генә төрө менән шөғөлләнһәң дә, айырым нөктәләргә тәьҫир итергә, нервы күҙәнәктәрен ҡуҙғы­тырға тура килә. Төрлө сағыу ептәр менән сигеү йәнгә тыныслыҡ бирә, баш ауыртыуын баҫа, нервы көсөргәнеш­легенән ҡотолдора.

Тегеү менән шөғөлләнгәндә көсөргә­неш күҙҙәргә, ҡулдарға, баш мейеһенә төшә. Йөрәк ритмы боҙолған, ҡан баҫымы юғары булған кешеләр өсөн файҙалы шөғөл, тиҙәр. Йоҡоһоҙлоҡтан, баш ауыртыуынан яфаланғандар еңеллек тоясаҡ, ҡолаҡ шаулауы баҫыласаҡ, организмда матдәләр алмашыныуы яҡшырасаҡ. Макраме, йомшаҡ уйынсыҡтар тегеү, пэчворк (туҡыма киҫәктәренән үҙенсәлекле ижади әйберҙәр тыуҙырыу, өләсәйҙәре­геҙҙең ямаулыҡтарҙан теккән, һырыған юрған­дарын хәтерләйһе­геҙҙер әле), энәләр менән бәйләү – ба­рыһы ла донъяның ығы-зығыһы­нан ҡотолоп, ижади эшкә сумырға, фантазияғыҙҙы эшкә егергә, яңы хис-тойғо кисерергә ярҙам итәсәк.

 

 

 

-  Динә АРЫҪЛАНОВА 

https://bashgazet.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/2021-10-08/ul-esht-rene-tylsymy-bar-2535799

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас