ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
15 Октябрь 2021, 15:30

Тымауҙы нисек дауаларға?

Тымау йонсотҡанда, дарыуханаға йүгерер алдынан түбәндәге төнәтмәне яһап эсеп ҡарағыҙ. Ул ауырыуҙың тышҡы билдәләрен генә баҫмай, ә сирҙең тамырына килтереп һуға.

Тымауҙы нисек дауаларға?Тымауҙы нисек дауаларға?
Тымауҙы нисек дауаларға?

Беҙгә кәрәк була: ярты лимон, уртаса бер баш һуған, бер ҡалаҡ бал, бер стакан һыу.

Ваҡ итеп туралған һуғанды ҡайнар һыуға һалабыҙ. 15 минут ҡайнатып алғас, утты һүндереп, 5 минутҡа ҡалдырабыҙ. Шунан уға бал ҡушып, иҙелгәнсе болғатабыҙ. Төнәтмәне эсер алдынан ғына ярты лимондың һутын һығабыҙ.

Эсемлекте берәр ҡалаҡлап көнөнә өс тапҡыр ҡулланыу үҙ һөҙөмтәһен күрһәтмәй ҡалмаҫ. Артығын һыуытҡыста һаҡларға мөмкин. Сәләмәт булайыҡ!

 

 

https://bashgazet.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/2021-10-15/tymau-y-nisek-daualar-a-2548315

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас