

Халыҡ телендә ҡырағай рауза тип тә аталған ҡыуаҡтар йәй башында матур алһыу сәскәләренең хуш еҫен әллә ҡайҙарға таратып ултыра, ә йәй уртаһынан инде һарынан башлап алһыу, ҡыҙыл төҫтәргә ингән емештәре менән тирә-йүнен йәмләп ултыра. Сәскәләре сәйгә хуш еҫ биреп ебәрә, ә күпме шифалы матдә унда!
Емештәре оҙонса булғанлыҡтан бер аҙ эт моронон да хәтерләтә, халҡыбыҙҙың тәбиғәтте әкиәти күрә белеүе шауҡымы – уны элгәре этморон тип атағандар, шул яйлап әлморонға әүерелгән дә инде. Күп кенә төрки халыҡтарҙа ул әле лә үҙ телдәрендә эт мороно атамаһы йөрөтә.
Дауалау өсөн гөлйемештең, нигеҙҙә, емеше ҡулланыла. Емешендә төрлө биологик актив матдәләр бар, ул С витаминына бай. Емеште көҙгөһөн ҡырау төшкәнгә тиклем йыялар. Эҫе булмаған мейестә (температура 80-90 градустан артмаһын) йәки махсус киптергестә киптерәләр. Гөлйемеште ҡулланыу ҡышҡы һәм яҙғы айҙарҙа айырыуса файҙалы. Сөнки ошо ваҡытта организм витаминдарға, бигерәк тә С витаминына, ныҡ мохтаж. Гөлйемеш төнәтмәһе (йә ҡайнатмаһы) кешенең ағза- туҡымалары ҡанаусан булғанда (кровоточивость), геморрой менән сирләгәндә, тын алыу юлдары шешкәндә (бронхит, трахеит һ. б.), атеросклероз, үпкә туберкулезы, ашҡаҙан һәм бөйән эсәгенең сей яра (язва) ауырыуы булғанда, дөйөм шешенгәндә, һаулыҡ физик һәм психик яҡтан ҡаҡшағанда, йөклө һәм имеҙгән әсәләргә ҡулланырға кәңәш ителә. Төнәтмәне әҙерләү: 4 аш ҡалағы киптереп ваҡланған емешен 2 стакан ҡайнар һыуға һалып, өҫтө ябыҡ килеш бер тәүлек тоторға кәрәк. Төнәтмәне көнөнә 2 тапҡыр 1/2-1 стакан эсергә.
Ҡулланыу алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ!