

Бының өсөн өс йомортҡа, бер стакан кефир, бер стакан шәкәр ҡомо, ярты сәй ҡалағы һүндерелгән сода, ике стакан он кәрәк була.
Крем өсөн:
500 грамм ҡаймаҡ, 100 грамм шәкәр ҡомо.
Әҙерләү:
Кефирға йомортҡаны, шәкәрҙе, һүндерелгән соданы, ондо ҡушып һәйбәтләп болғатабыҙ. Ҡаймаҡ ҡуйылығында ҡамыр килеп сыға. Уны икегә бүләбеҙ. Берәүһенә какао ҡушабыҙ. Уларҙы йәйеп, ике корж бешерәбеҙ. Шунан ҡаймаҡ менән шәкәрҙе туғып крем әҙерләйбеҙ. Бешкән корждарҙы крем менән буяйбыҙ. Сәтләүек ҡушырға мөмкин. Иң өҫтөнә какао һибергә лә ярай.
Әҙер тортты өс сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуябыҙ. Ашығыҙ тәмле булһын!
Фото: m.patee.ru