ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
8 Октябрь 2021, 17:01

Иң көслө тәбиғи антибиотик

*

Иң көслө тәбиғи антибиотикИң көслө тәбиғи антибиотик
Иң көслө тәбиғи антибиотик
Тәбиғәттә лә көслө антибиотиктар бар, шуларҙың иң көслөһө – керән. Уның тамырында гәрсис майы һәм энзимдар тупланған. Тамырҙы ыуғанда был ике матдә кислород тәьҫирендә ҡеүәтле тәбиғи антибиотик тыуҙыра.

Ул ауыҙ ҡыуышлығын­дағы, танау һәм тамаҡтағы бак­терия­ларҙан ҡотолорға ярҙам итә. Трахеит, бронхит, оҙайлы йүтәл яфала­ғанда бер ҡалаҡ ҡырылған тамырҙы өс ҡалаҡ бал ме­нән бутап, бер аҙға тө­нә­тергә ҡуйығыҙ. Был дарыу­ҙы көнөнә биш тапҡыр берәр балғалаҡлап аша­ғыҙ. 

Цистит, уретрит йонсот­ҡан­да бер ҡалаҡ ваҡланған ке­рәнгә бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, өҫтөн ябып, биш ми­нутҡа ултыртып тороғоҙ. Ошо шифалы сәйҙе көн һайын өс-дүрт тапҡыр эсегеҙ.

Тәбиғәттә вирустарға ҡар­шы тороусан башҡа үҫем­лектәр һәм еләктәр бар. Һа­рымһаҡ, базилик, мүк еләге, ҡара көртмәле, күк еләк –алмаштырғыһыҙ тәбиғи да­рыу­ҙар. Һалҡын тейеүгә, бактериялар, вирустар һәм па­ра­зиттарға ҡаршы уларҙы дөрөҫ фай­ҙаланғанда, организмды төрлө сирҙән арын­дырырға мөмкин.

Ҡулланыу алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ!

 

 

https://bashgazet.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/2021-10-08/i-k-sl-t-bi-i-antibiotik-2535768

- Динә АРЫҪЛАНОВА 

Фото:aif.by

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас