

Көҙгө мул уңышты йыйып бөттөк тиһәң дә була. Шулай ҙа һуң өлгөрә торған көҙгө алмаларҙы баҙға әле алып ҡуйырға ваҡыт. Оҫта баҡсасылар быны нисек эшләй?
Өфө районының Чесноковка ауылында йәшәгән баҡсасы Зәкирә Вәлиуллина баҡсаһында күп төрлө алмалар үҫтерә. Груша, виноградтан мул уңыш алған.
– Быйыл эҫе булыуға ҡарамҫтан алмалар мул уңыш бирҙе. Дуҫтарға, күршеләргә, туғандарға тараттыҡ. Үҙебеҙҙең дә баҙҙы алма һуты, компоттар менән тултырҙыҡ. Бынан тыш алманы мул итеп киптереп әҙерләп ҡуйҙыҡ. Ҡышын бәлеш, компот өсөн бик уңайлы. Кипкән алма өҫтәлдән өҙөлмәй, ейәндәрем уны кәнфит урынына ашай. Ғөмүмән, быға тиклем алманы бик һирәкләп кенә киптерә инем. Мәшәҡәте күп: мейесте ҡабыҙып, нәҙек итеп телеп бер нисә сәғәт киптерер кәрәк. Быйыл йәй эҫе булды, шуға әлеге алым ыҙа ғына булыр ине. Ҡыҙым менән махсус киптергес алып кинәндек. Алманы мул итеп киптереп ҡуйҙыҡ.
Ә көҙгө алмаларҙы баҙға индереп һалыу – бик яуаплы эш ул. Тәү сиратта ағастан алмаларҙы бик һаҡ ҡына йыйып алабыҙ. Бының өсөн мин таҙа бирсәткәләр кейәм. Алмаларҙы йәрәхәтләмәй, тышын әрсемәй генә йыябыҙ. Һәр алманы гәзиткә төрөп, йәшниккә һала барабыҙ. Беҙҙең баҙ ҡоро, һәйбәт. Шуға улар декабрь айына тиклем һаҡлана. Бәлки артығыраҡ та ятырҙар ине, балалар һәм ейәндәр ирек бирмәй.
Зәкирә Ғәни ҡыҙының баҡсаһы – ожмах мөйөшөн хәтерләтә. Матур-матур сәскәләр: гортензия, роза, хризантемалар күҙҙен яуын ала һәм һыуыҡтарға ҡарамай сәскә атыуын дауам итә. Зәкирә Вәлиуллина бынан бер нисә йыл элек гортензияның бер төрөн һатып ала һәм ҡыуаҡтың берегеп китеүенә ҡыуанып бөтә алмай.
Беҙҙең баҡсаның королеваһы ул. Артыҡ ҡарау талап итмәй. Шулай ҙа мин уға иғтибарҙы йәлләмәйем. Ашламалар биреп торам, ҡышҡа әҙерләү үҙе бер сара. Тәү сиратта һынған, кипкән ботаҡтарҙы киҫәм, дүрт йыл дауамында үҫкәндәрен алам, эскә ҡарап үҫкәндәре һәм сибектәре лә кәрәкмәй. Һауа температураһы 0 градустан төшкәс, ҡыуаҡтың ботаҡтарын бер-береһенә бәйләп, ергә һалам һәм махсус материал менән ябам. Күршем иһә гортензияһын шыршы ботаҡтары менән ҡаплай. Ике осраҡта ла ул һәйбәт ҡышлай, - ти Зәкирә Ғәни ҡыҙы.
Зәкирә Ғәни ҡыҙы – хаҡлы ялда. Дәртләнеп донъя көтә ул. Мул итеп баҡсанан уңышы ала, һарайы тулы ҡош-ҡорт! Тауыҡтарҙың тоҡомлоһон үҫтереүҙе хуп күрә Зәкирә апай.