

Боронғолар “йыл ҡартая” тип әйткән, йәғни йәй йәй кеүек булмаҫ, ҡыш – ҡыш кеүек. Ысынлап та, һуңғы йылдар шул ата-бабаларҙың фаразына тура килә түгелме? Нисек кенә булмаһын, умартасылар өсөн йыл да умарта күстәрен ҡышҡа яҡшылап әҙерләү бурыс һәм яуаплылыҡ булып тора.
Ҡорттар асыҡмаһын...
Август аҙағында – сентябрҙә, бал йыйып алыу тамамланғандан һуң, умартасылар ҡорттарға көҙгө ревизия үткәрә. Был саҡта һәр умарта күсенең торошон асыҡларға кәрәк: ул көслөмө, унда инә ҡорт бармы, умартала күпме бал ҡалған? Бөтә был мәғлүмәттәрҙе яҙып алырға кәрәк, улар һуңынан кәрәк була.
Умарта күсенең торошон белгәс, умартасы ҡорттар ҡышлаясаҡ ояны әҙерләү эшен башҡара. Был ваҡытта инде бөтә бала ҡорт, үрсем сыҡҡан була, насар эшләнелгән, эшләнеп бөтмәгән, иҫкергән кәрәҙҙәрҙе һәм балы кило ярымдан да аҙ булған рамдарҙы умартанан алалар. Уның эсендә (әгәр булһа) яһалма балауыҙлы рамдарҙы ла ҡалдырмайҙар. Ҡышлау осоронда ҡорттарҙың асығыуына юл ҡуймаҫ өсөн бигерәк тә оя уртаһында аҙ баллы һәм буш кәрәҙле рамдарҙы ҡалдырырға ярамай.
Көҙгө ревизия ваҡытында кәмендә туғыҙ оя рамы араһын ҡорт биләгән күс көслө ғаилә тип иҫәпләнә. 7-8 оя рамында ҡорт булғаны уртаса ғаиләгә инә. 5-6 оя рамда һәм унан да аҙыраҡ ҡорт булһа, улар көсһөҙ тип иҫәпләнә, һәм уларҙы (күстең хәленә бәйле рәүештә) башҡа күстәр менән ҡушырға йәки көслө ғаиләнән алынған ҡортло рамдарҙы өҫтәп ҡуйырға тейешбеҙ. Умартала бары 3-4 рамды ғына биләгән ҡорттар бик көсһөҙ ғаилә була, уларҙы көслө ғаиләгә ҡушырға кәрәк. Шулай итмәһәң, ҡыш үлеүгә дусар булалар. Сибек ғаиләне ҡышҡылыҡҡа ҡалдырырға булһағыҙ, ҡышлау урынында өҫкө стеллажға, йылы урынға урынлаштырыу хәйерле. Насар инә ҡорттарҙы (ауырыу, ҡарт), шулай уҡ аталанмағандарын юҡ итәләр һәм уларҙы нуклеустарҙан, бәләкәй запас ғаиләләрҙән (әгәр улар булһа) йәш үрсемле инә ҡорттар менән алмаштыралар.
Көҙгө мәшәҡәттәр
Бер корпуслы 12 рамлы дадан умартала ояны ҡышҡылыҡҡа, кәрәҙҙәре менән 8–10 рам ҡалдырып, кәметәләр, ә ҡалғандарын (2-4 рамды) алалар. 8-9 рам менән улар яҡшы ҡышлай. Оя ситенә, иң аҙаҡҡы рам эргәһенә бүлгес таҡта ҡуйырға кәрәк һәм ян-яҡҡа – йылытыусы мендәр, ә һуңынан тағы бер мендәрҙе киндер өҫтөнән һалыу мотлаҡ. Күп корпуслы америка умарталарында көслө ғаиләне ҡышлатыуға ике корпуста ҡалдыралар (юғары, 2-се корпуста баллы рамдар урынлаштыраһығыҙ), ә көсһөҙ күстәр баллы 10 рамда бер корпуста ҡыш сыға.
Ҡорттарҙы ҡышҡылыҡҡа тулы ҡиммәтле, сифатлы аҙыҡ менән тәьмин итеү бик мөһим. Уларға рамына йәки йәнәш кәрәҙҙәр, рамдар араһына кәмендә ике килограмм иҫәбенән иң яҡшы сәскә балын ҡалдыралар, балдың рамда күберәк булыуы ла мөмкин, әгәр 2–2,5 килограмм һыйҙырышлы баллы кәрәҙҙәр юҡ йәки етмәй икән, ояны 1,5-3,5 килограмм балы булған кәрәҙҙәрҙе сиратлаштырып та төҙөргә була. Ул саҡта йәнәш кәрәҙҙәр араһындағы буш урындарға, бал ҡорттары урынлашҡан ергә яҡынса икешәр килограмм аҙыҡ тура киләсәк. Ояның үҙәгенә 5-6 килограмм балы булған тулы рамдарҙы ҡуйырға ярамай, сөнки ҡыш ҡорттарҙың күбеһе ошо урынға йыйылып, түбәнге өлөштә булған ҡорттарҙың һалҡындан өшөп һәм сәңгеп һәләк булыуы мөмкин, һәр ғаиләгә ҡышҡылыҡҡа бөтәһе 25 – 28 килограмм аҙыҡ кәрәк: 15 – 18 килограмы ояла була, 10 – 12 килограмы келәттә һаҡлана, ул, ҡышлап сыҡҡас, ҡорттарға яҙғы үҫеш өсөн бирелә.
Әгәр ҡорттарҙы ҡышлатыуға ҡалдырған бал сифатһыҙ булһа, тиҙ ҡомоҡһа, шәкәрләнһә, япраҡ балы, рәшә балы осраһа, уларҙы сәскә балына алмаштыралар йәки өҫтәмә рәүештә шәкәр шәрбәте бирәләр. Балдың сифатын белер өсөн яҡындағы ветеринария лабораторияһына анализға ебәрәләр. Сиропҡа ҡушып, антибиотик та бирергә кәрәк. Мәҫәлән, киң таралған көслө ауырыу, эзбизлы үрсем аскосферозға ҡаршы аскоцин препаратын ҡулланалар. Ул умартасылыҡ келәттәрендә, магазиндарында була. Шәкәр шәрбәтен (2:1 нисбәтендә йылы һыу һәм шәкәрҙән эшләнә) август аҙағында бирергә кәрәк. Был эште 5–10 сентябрҙән дә һуңлатырға ярамай, сөнки ул бал ҡорто ғаиләһенең тормошона тығыҙ бәйләнгән.
Умарталарға сысҡандарҙың үтеп инеүенә юл ҡуймау маҡсатында кейәләргә селтәрле тимер япма ҡуялар. Ҡорт елеме һәм балауыҙ менән ныҡ ҡапланған киндер япмаларҙы таҙалары менән алмаштырыу мотлаҡ. Умартаның өҫтөнән, сысҡан үтмәҫлек итеп, вентиляция селтәре ябалар.
Әгәр ҡорттар кейәне һәм ояның тирә-яғын елем менән ныҡ һылаһа, был күренеш ҡаты һыуыҡлы һәм оҙайлы ҡыш килеүе тураһында һөйләй.
Яңы эш башлаған һәүәҫкәр умартасыларға ошоно иҫтә тоторға кәрәк: киләһе йылда күп бал һәм умартасылыҡтың башҡа продукцияларын мул алыу ҡышлатыуға ҡорт күстәрен ни тиклем үҙ ваҡытында һәм дөрөҫ әҙерләүгә бәйләнгән. Нисек яҡшы әҙерләнһәгеҙ, шул тиклем ҙурыраҡ уңышҡа өлгәшәсәкһегеҙ.
Ояларҙы йыйыу
Әгәр һеҙ, һәүәҫкәр умартасылар, үҙегеҙҙең умарта күстәрен ҡышҡылыҡҡа әҙерләмәгәнһегеҙ икән, булған һуңғы йылы ҡояшлы көндәрҙән файҙаланып, тиҙ арала ояларҙы ҡышҡа йыйығыҙ. Умарта ояларын ҡышҡа әҙерләү өсөн, өҫтәп, тағы ла ҡиммәтле кәңәштәр биреү кәрәк.
Ҡышҡылыҡҡа умарта ояларын һуңғы тапҡыр йыйыу мәле бал ҡорто ғаиләһенең иң аҙаҡҡы бала ҡорто сығып бөтөүенә тура килә. Ул уртаса 10–18 сентябрь көндәрендә була. Был осорҙа инә ҡорттоң бала һалыуҙан туҡтауын тәбиғи хәл тип аңларға кәрәк. Сентябрҙә тыуған үрсем яҡшы ҡышлай. Ҡышҡылыҡҡа ҡалған ҡорттар йәйгеләрҙән ныҡ айырыла. Әгәр йәйге осорҙа эшсе ҡорттар 30–45 көн йәшәһә, ҡышҡа ҡалғандары 250–270 көн йәшәй (8-9 айға тиклем). Ни өсөн? Уларҙың был һәләте бала тәрбиәләүҙә, аҙыҡ әҙерләүҙә, шәкәр шәрбәте эшкәртеүҙә һәм башҡа эштә ҡатнашмауҙары менән аңлатыла. Ҡышҡа ҡалған ҡорттар, йәйгеләре менән сағыштырғанда, кәүҙәгә ҙурыраҡ, эске ағзаларында май тупланыу сәбәпле тулыраҡ, һимеҙерәк була. Ҡышлаусы ҡорттарҙың тәнендә һыу ҙа аҙыраҡ.
Һәүәҫкәр умартасыларға шуны оноторға ярамай: быйыл тыуған үрсем (сентябрь айында) кәмендә бер тапҡыр осош яһарға тейеш.
Ҡапыл һыуыҡ көҙ, ҡаты ҡыш иртә килеп, һуң сыҡҡан бал ҡорттары осош яһамаһа, улар ҡышлай алмай, үлә. Ҡорттарҙың һуңғы осошо – октябрҙә, ә көҙ йылы тура килеп, октябрь аҙағында булһа, бигерәк тә хәйерле, сөнки улар ҡышлатыу урынында – ояларҙа аҙыраҡ ваҡыт буласаҡ, тигән һүҙ.
Был айҙа эшсе ҡорттар, ояның уртаһында кәрәҙҙәрҙең аҫҡы өлөшөн балдан таҙартып, ҡышҡылыҡҡа күс өйөрөнә урын әҙерләй. Умарта ояларын ҡышҡа йыйыу маҡсатында умартасылар һәр күсте ентекләп ҡарап сыға. Ҡайһы бер умартала, йәш үрсем сығып бөткәс, буш кәрәҙҙәрҙе баллылары менән алмаштырырға һәм, күстең көсөнә ҡарап (йәнәш кәрәҙҙәр араһындағы ҡорттар иҫәбенә), рамдар һанын кәметергә кәрәк. Умарта ояһына кәмендә икешәр килограмм баллы рамдарҙан торған кәрәҙҙәрҙе ҡуялар. Уларҙы дөрөҫ урынлаштырыу бик мөһим.
1-се һүрәттә һеҙ бер тигеҙ йыйылған умарта ояһын күрәһегеҙ. Унда икешәр килограмм иҫәбенән рамдар ҡуйылған. Бындай йыйылманы уртаса ғаиләләр, йәғни көҙгөһөн ҡорттар 7–9 оя рамын биләгән ғаиләләр өсөн ҡуллана.
2-се һүрәттә – көслө күс ғаиләһенә йыйылған умарта ояһы. Ул осраҡта бүлем таҡтаһы янына күп баллы рам ҡуялар. Ҡалғандарын кәметеп, аҙайтыбыраҡ, ә иң һуңғыһына тулы баллы кәрәҙ ҡуйыла.
Күстәрҙең көслө булыуына ҡарамаҫтан, өҫтән һәм ян-яҡтан мендәр менән йылыталар (һүрәтте ҡарағыҙ).
Бал ҡорто ғаиләләрен ҡышҡылыҡҡа әҙерләп бөткәс, буш умарталарҙы, корпустарҙы, кәрәҙҙәрҙе ҡышҡы һаҡлау урындарына урынлаштырырға кәрәк.
Бал ҡортоноң тоҡомдары
Тоҡом тип бер үк төрлө бал ҡорттары ғаиләләренең ҙур төркөмөн атайҙар. Улар сығышы буйынса төрлө була, мөхиттең бер үк шарттарына ҡулайлашҡан физиологик, морфологик һәм хужалыҡ-файҙа билдәләрен йәш быуынға тапшырып ҡалдырыу сифаттарына эйә.
Умартасылыҡта завод әҙерләгән, йәғни культуралы тоҡом юҡ әле, бары тик эволюция (үҫеш) процесында барлыҡҡа килгән һәм тышҡы мөхиттең урындағы шарттарына (климат, бал йыйыу һәм башҡалар) яҡшы яраҡлашҡан абориген йәки ябай тоҡомдар ғына бар. Рәсәй һәм БДБ илдәре биләмәһендә тәбиғәт-климат шарттары төрлөсә булғанлыҡтан, күп абориген тоҡомдар барлыҡҡа килгән, умартасылыҡтың ҡиммәтле генофондын улар кәүҙәләндерә.
Илдә бал ҡорттарының түбәндәге тәбиғи тоҡомдары бар: урта Рәсәй, һоро Кавказ тау, үҙән, һары Кавказ үҙән, Карпат, Алыҫ Көнсығыш һәм украин дала тоҡомдары. Бөтә төр ҡорттар ҙа районлаштырылған, йәғни 1979 йылдың ғинуарында раҫланған тоҡомдо районлаштырыу планына ярашлы рәүештә бал ҡортоноң һәр тоҡомо билдәле бер төбәктә үрсетелә. Башҡортостанда урта Рәсәй тоҡомо тотола. Урындағы ҡорттарҙы таҙа килеш (генофонд йәһәтенән) һаҡлап алып ҡалыу маҡсатында, ситтән башҡа тоҡомдарҙы индереү тыйыла. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең республикаға йыл һайын тиерлек көньяҡ тоҡомо килтерелә.
- Рафиҡ НОҒОМАНОВ.
https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2021-10-01/ysh-a-er-ege-me-2527526