

Ул башлыса март айынан сентябрь аҙағына тиклем, йәғни ете ай дауам итә. Ошо мәлдә һәр тауыҡтан 120-130 йомортҡа алып була. Ләкин күпселек хужалар был осорҙо оҙайтҡыһы, йыл әйләнәһенә туҡлыҡлы ризыҡ алғыһы килә. Был осраҡта “һыйырҙың һөтө – телендә, тауыҡтың йомортҡаһы – суҡышында” тигән әйтемде иҫкә төшөрөү урынлы булыр.
Йыл әйләнәһенә йомортҡа алыу өсөн, ашатыуҙан тыш, йылылыҡ һәм яҡтылыҡ режимын һаҡлау мөһим шарттар булып тора. Тауыҡ ҡураһы йылы булырға тейеш, көндөҙ унда тәбиғи яҡтылыҡтың төшөүе шарт. Ҡышҡы һалҡын көндәрҙә лә ҡура эсендәге йылылыҡ 12 градустан түбән булырға тейеш түгел. Әгәр тауыҡ кетәгенең иҙәненә таҡта түшәлмәгән булһа, ҡоро һалам йәйегеҙ.
Ҡышҡы ҡыҫҡа көндәрҙә махсус лампалар ярҙамында ҡуралағы яҡтылыҡ оҙайлығын арттырыу зарур. Был эште 30 минуттан башлап, көн һайын күбәйтә барығыҙ.
Ҡыш тауыҡтар бигерәк тә фосфор һәм кальций етешмәүгә һиҙгер була, сөнки тап ошо элементтар йомортҡа ҡабығын барлыҡҡа килтереүҙә ҡатнаша. Шуның өсөн тауыҡтарға аҡбур, ваҡланған эзбиз ташы, ҡабырсыҡтар, йомортҡа ҡабығы бирергә кәрәк. Шулай уҡ алдарына даими рәүештә ағас көлө ултыртығыҙ. Ә инде фосфор етерлек күләмдә булһын өсөн һөйәк оно, ветеринар станцияларҙа һәм дарыуханаларҙа, зоомагазиндарҙа һатылған монокальцийфосфат, дикальцийфосфат, трикальцийфосфат, фосторин һымаҡ препараттар һатып алып ҡулланығыҙ.
Бөтә шарттарҙы үтәгәндә, тауыҡ ҡыш ике көнгә бер йомортҡа һаласаҡ, йәғни айына бер тауыҡтан 15 йомортҡа алырға була.
Шулай уҡ ашатҡан емде төрләндереү ҙә зарур. Бойҙай, арпа, һоло, арышты ҡатнаштырып ашатығыҙ, һыу эсереү кәрәклеген дә онотмағыҙ. Ҡар ашатырға ярамай.
Һуңғы йылдарҙа йомортҡа һалыусы тауыҡтар өсөн төрлө махсус ҡатнашмалар күпләп сығарыла. Мәҫәлән, “Здравур Несушка” тигән ҡатнашма файҙалы булыуы менән айырылып тора. Уның составында 11 төрлө витамин, ете микроэлемент, аминокислоталар һәм ферменттар бар. Был ҡатнашма тауыҡтарҙың ҡауырһындарын нығыта, авитаминоз ауырыуын булдырмай, аппетитын күтәрә. Ғәҙәттә, көн дә ашаған ризыҡтарына ошо ҡатнашманы ҡуша башлау менән, 7 – 10 көндән тауыҡтарҙың йомортҡа һалыуы бермә-бер арта.
Әгәр ошо кәңәштәргә ҡолаҡ һалһағыҙ, тауыҡтарығыҙ йыл әйләнәһенә һеҙҙе туҡлыҡлы ризыҡ менән ҡыуандырыр.
- Вәсил ҺӨЙӨНДӨКОВ.
Хәйбулла районы.