ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
28 Сентябрь 2021, 16:37

Аяҡтарың һыҙлаһа...

лавр ярҙам итер!

Аяҡтарың һыҙлаһа...Аяҡтарың һыҙлаһа...
Аяҡтарың һыҙлаһа...

Халыҡ дауаханаһының файҙаһын күптәр белә, тормошта ҡуллана. Ҡайһы берҙә дарыу-уколдар ярҙам итмәгән осраҡтарҙа, тап халыҡ дауаһы алымдары ифрат килешеп ҡуя. Һеҙҙең иғтибарға аяҡтың һыҙлауын баҫа торған рецепт.

Өс ҡап лавр япрағын алырға. Уның береһен 10 литрлыҡ биҙрәләге һыуға һалып, ҡайнатып сығарырға. Һыуҙы аяҡтар бешмәҫлек булғансы һыуытырға һәм 20 минут дауамында аяҡтарҙы ошо һыуҙа тоторға. Унан йылы ойоҡ кейергә кәрәк.

Һыуҙы түгергә ашыҡмағыҙ. Иртәгәһенә ошо уҡ һыуға икенсе ҡаптағы лавр япрағын һалып ҡайнатырға һәм кисәгесә аяҡты 20 минут тығып ултырырға.

Өсөнсө ҡапты ла ошолай уҡ ҡулланырға.

Бындай дауаны ярты йыл һайын ҡабатларға мөмкин.

Аяҡ-ҡулығыҙ һыҙламаһын, сәләмәт булығыҙ!

 

- Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА

https://bashgazet.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/2021-09-28/aya-tary-y-la-a-lavr-yar-am-iter-2523064

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас