

Физик һәм аҡыл һәләтен арттырыу, бар организмды һауыҡтырыу, аяҡҡа баҫтырыу өсөн борондан ҡулланғандар был сараны.
Шулай уҡ аш һеңдереү эшмәкәрлеген яҡшыртыу, артыҡ ауырлыҡтан ҡотолоу, организмдан зарарлы матдәләрҙе сығарыуҙа ла һөҙөмтәле алым ул. Кальций һәм калийға бай, ә улар үҙ сиратында йөрәкте, ҡан тамырҙарын нығытыу өсөн кәрәк. Бынан тыш, тән тиреһенең матурлығын һайлай, уны ҡартайтмау һәләтенә эйә, иммун системаһын нығыта, матдәләр алмашыныу процесын тиҙләтә.
Дауалау сараһын әҙерләү өсөн 20 бөртөк кипкән инжир һәм зәйтүн майы кәрәк.
Эш барышы: инжирҙың һәр береһен уртаға ярып банкаға һалырға, шунан тулыһынса ҡапланырлыҡ итеп өҫтөнә май ҡойорға. Шифалы үҙенсәлектәре күбәйһен өсөн ошо массаны һыуытҡыста 40 көн тоторға кәрәк. Әҙер булғас, иртәнге аштан 5-10 минут алдан ошо тәртиптә ҡулланырға: бер инжирҙың яртыһын ашап, бер балғалаҡ майҙы эсеп ҡуйырға. Бындай дауаланыуҙы йылына ике-өс тапҡыр үткәрергә мөмкин. Алдан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ.
Фото: blotos.ru