ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
22 Август 2021, 06:38

Йәшелсә һәм сыр менән ҡыҙҙырылған ташҡабаҡ

Аштарығыҙ тәмле булһын! 

Йәшелсә һәм сыр менән ҡыҙҙырылған ташҡабаҡЙәшелсә һәм сыр менән ҡыҙҙырылған ташҡабаҡ
Йәшелсә һәм сыр менән ҡыҙҙырылған ташҡабаҡ

Бөгөн һеҙгә төшкө ашҡа ошондай тәмле ризыҡ тәҡдим итәбеҙ. 

Бының өсөн ике ташҡабаҡ, бер сәй ҡалағы тоҙ, ярты сәй ҡалағы ҡара борос, ике аш ҡалағы үҫемлек майы, 1-2 татлы борос, бер помидор, 40 грамм башлы һуған, бер аш ҡалағы һеркә, бер сәй ҡалағы паприка, 10 грамм әнис, 10 грамм базилик, 40 грамм фета сыры кәрәк.


Әҙерләү:
Ташҡабаҡты арҡырыһына киҫәбеҙ. Тоҙлап, борослап, үҫемлек майы өҫтәп 15 минутҡа ҡалдырабыҙ. Һуты сыҡҡас ике яғын да талғын ғына утта ҡыҙҙырабыҙ. Татлы борос, помидорҙы ваҡлап турайбыҙ. Һуғанды нәҙек итеп ҡырҡабыҙ ҙа һеркә, паприка ҡушабыҙ. Әнис, менән базилик өҫтәп һәйбәтләп бутайбыҙ.


Артабан ҡыҙҙырылған ташҡабаҡтың өҫтөнә сыр буяп әҙер йәшелсәләрҙе һалабыҙ. Бик тәмле ризыҡ. Ашығыҙ тәмле булһын!

 

 


Фото: Syl.ru

Автор:Рисаля Юмагулова
https://bashgazet.ru/articles/novosti/2021-08-22/y-shels-m-syr-men-n-y-yryl-an-tash-aba-2474727
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас