ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
21 Августа 2021, 15:43

Юшҡын хәүефлеме?

"Һө­ҙөм­тәлә тоҙҙар быуын­дарға ултыра, бөйөрҙәрҙә һәм үт ҡыуығында таш барлыҡҡа ки­лә, ҡан тамырҙары тарая..."

Юшҡын хәүефлеме?Юшҡын хәүефлеме?
Юшҡын хәүефлеме?

Күптәрҙе эсәр һыу проблемаһы борсой. Ҡалала автоматтарҙан һыу алыу ғәҙәти ғәмәлгә әүерелде, уның сифатын халыҡ маҡтай, ҡайнатҡанда сәйнүккә юшҡын ултырмай, тиҙәр. 

Был хәл һыуҙың сифаты тураһында һөйләйме? Сәй­нүк­тәге юшҡындың сәләмәт­леккә зыяны бармы? Ниндәй миҡ­дарҙа ул зарарлы, фильтр­ҙар ҡулланыу һөҙөм­тәлеме?

Ошо һорауҙарға Гигиена һәм эпидемиология үҙәгенең бүлексә мөдире Светлана Ғилманова яуап бирә.

– Юшҡындың барлыҡҡа килеү сәбәбе – һыу үткәргес һыуындағы тоҙҙарҙың ултырыуында. Һыуҙы ҡайнатҡанда был тоҙҙар углекислый газға һәм ҡаты матдәгә тарҡала. Шуның һөҙөмтәһендә юшҡын барлыҡҡа килә.Организмға аҙ миҡдарҙа ғына юшҡындың эләгеүе хә­үефле түгел. Әммә юшҡын­лы һыуҙы даими ҡулланыу­ҙан сәләмәтлеккә зарар ки­леүе ихтимал. Кешенең ашҡа­ҙанында юшҡын тар­ҡал­ғандан һуң, тоҙ бер­ләшмәләре ҡанға эләгә һәм бөтә организмға тарала. Һө­ҙөм­тәлә тоҙҙар быуын­дарға ултыра, бөйөрҙәрҙә һәм үт ҡыуығында таш барлыҡҡа ки­лә, ҡан тамырҙары тарая. Өҫ­тәүенә һыуҙың тәм сифатын кәметә. Шуға күрә таҙартыусы фильтрҙар ҡулланығыҙ, – ти Светлана Ғилманова.

 

 

https://bashgazet.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/2021-08-20/yush-yn-h-efleme-2471846

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас