

Был тәғәмде әҙерләү өсөн биш-алты помидор, 200 грамм тауыҡ түше, өс аш ҡалағы майонез, 100 грамм ҡаты сыр, тоҙ, борос кәрәк.
Әҙерләү:
Уртаса ҙурлыҡтағы ҡаты помидорҙарҙы һайлап алабыҙ. Өҫтәрен ҡырҡып, балғалаҡ менән эсен таҙартабыҙ. Шунан тауыҡтың түш итен ваҡлап турап, тоҙлап, борослап, талғын ғына утта ҡыҙҙырабыҙ. Әҙер булғас, уны помидорҙың эсенә тултырабыҙ. Өҫтөнә әҙерәк майонез өҫтәп, ҡырылған сыр һибәбеҙ.
Духовкала 15-20 минут тирәһе бешерәбеҙ. Бына беҙ теләгән аҙыҡ әҙер.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Фото: pro-orehi.ru