

Аҫыл заттар өсөн был кәңәш һис тә артыҡ булмаҫ, сөнки ябай ғына сара сәләмәтлеккә зыян килтермәй, аҡсаны янда ҡалдырырға, сәстәрҙе нығытырға ярҙам итә. Күршем Зәлифәнең тәжрибәһен ҡулланып ҡарағыҙ әле.
“Сәстәрем ҡойолоп, һирәгәйә башлағас, ҡурҡыуға төштөм. Бер маҡтаулы шампунь дә, кәңәш тә ярҙам итмәй. Танышым, һуған ҡабығын ҡайнатып, шуның менән сәсте даими йыуырға кәңәш итте. Уның ярҙам итеренә ышанмаһам да, ҡулланып ҡарарға булдым. Бер нисә тапҡыр йыуғандан һуң, сәстең ”терелеп” киткәненә, аҙыраҡ ҡойолғанына иғтибар иттем. Ҡайнатманы аҙнаһына ике тапҡыр сәскә һөртә башланым. Һөҙөмтә үҙен көттөрмәне, сәстәрҙең нығына барыуын тойҙом”.
Баҡһаң, беҙ көн һайын сүп биҙрәһенә ырғытҡан һуған ҡабығы һарғылт, ҡуңыр, каштан төҫлө сәстәрҙе буяу өсөн бик файҙалы буяу ҙа икән. Башты ҡайнатма менән йыуғандан һуң тире торошо яҡшыра, ҡауаҡланмай башлай, сәс үҫеүе шәбәйә. Улай ғына ла түгел, сәс ебәк кеүек шымарып, йомшарып, ялтырап китә, төҫө матурлана.
“Һуған ҡабығы ҡайнатмаһын сәс төптәренә һөртөү ҙә файҙалы. Уның еҫе юҡ. Ҡайнатманы сәстәрҙе нығытыу өсөн ҡулланғанда, биш-алты һуған ҡабығы, ә буяу өсөн әҙерләгәндә 10-12 һуған ҡабығы етә, ун минут тирәһе ҡайнатырға кәрәк”, – ти Зәлифә.
https://bashgazet.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/2021-08-20/i-ya-shy-buyau-u-an-aby-y-2471840