

Ҡуйыртылған һөт менән алма пюреһы эшләп ҡарайыҡ әле, дуҫтар!
Был ысул менән эшләнгән ҡайнатма йомшаҡ ҡына булып, тәмле генә килеп сыға. Пюре өсөн 2 килограмм алма, бер банка ҡуйыртылған һөт, 200 мг һыу алабыҙ. Алмаларҙың тышын әрсеп турап, һыу ҡушып 20 минут тирәһе бешереп алабыҙ. Көйөп китмәһен өсөн ара-тирә болғатып торабыҙ. Артабан бешкән алма бер аҙ һыуынғас, блендер аша үткәрәбеҙ ҙә ҡуйыртылған һөттө өҫтәйбеҙ. Килеп сыҡҡан массаны тағы 8 минут ҡайнатып алабыҙ.
Ҡайнатҡанда һаҡ булығыҙ, шартлап сәсрәп китеүе ихтимал. Тағы ла йомшағыраҡ булһын өсөн әҙер массаны йәнә блендер аша үткәреп алырға була. Әммә тағы утҡа ҡуйып ҡайнатып сығарырға кәрәк. Стерилләнгән ярты литрлыҡ банкаларға ҡойоп, тимер ҡапҡас менән ябып ҡуябыҙ. Йәмғеһе 3 банка сығырға тейеш. Был ҡайнатма бәләкәстәрҙең генә түгел, өлкәндәрҙең дә күңеленә хуш киләсәк.