ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
19 Август 2021, 17:05

Аномаль эҫелектән нисек һаҡланырға?

Быйылғы йәй ҡоро, эҫе көндәре менән хәлде ала. Август та был йәһәттән "рекорд" ҡуйыуын дауам итә.

Аномаль эҫелектән нисек һаҡланырға?Аномаль эҫелектән нисек һаҡланырға?
Аномаль эҫелектән нисек һаҡланырға?

Быйылғы йәй ҡоро, эҫе көндәре менән хәлде ала. Август та был йәһәттән "рекорд" ҡуйыуын дауам итә.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы иҫкәртеүенсә, 19-ынан 22 авгусҡа тиклем аномаль эҫе көндәр көтөлә, йәғни температура +38, +39 градусҡа етәсәк.

"Бындай ваҡытта ҡояш нура аҫтында ҡалмаҫҡа тырышығыҙ. Тышта эшләргә тура килгән осраҡта, башығыҙға кейегеҙ, зонт менән ҡапланығыҙ. Көндөҙгө сәғәт 12-нән 16-ға тиклем ҡояш ныҡ төшә. Был саҡта айырыуса һаҡланырға кәрәк, ябыҡ кейем кейеү яҡшы булыр", – тип кәңәш итә белгестәр.

 

 

 

 

 

Фото: culture.ru

Автор:Рәмилә Мусина
https://bashgazet.ru/articles/kh-ef-e-lek/2021-08-19/anomal-e-elekt-n-nisek-a-lanyr-a-2470868
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас