

Ҡайһы берәүҙәр йыш ҡына үҙәк көйөүгә зарлана, бының гастроэзофагель рефлюкс сире булыуы ихтимал. Уны ҡыҙыл үңәскә эләккән ашҡаҙан кислотаһы барлыҡҡа килтерә. Ашҡаҙан менән ҡыҙыл үңәсте бүлеп торған клапан дөрөҫ асылмағанға күрә, әсе рефлюкс күкрәкте яндыра, ауыҙҙа әсе тәм һиҙелә. Һис һүҙһеҙ, сирҙе дауалау өсөн табип менән кәңәшләшеп, тейешле дауа алырға кәрәк. Һеҙгә үҙәк көйөүҙе кәметә торған диета тәҡдим итәбеҙ.
Шуның береһе – һоло бутҡаһы. Үҙәк көйгәндә ошо туҡлыҡлы аҙыҡтан да яҡшы ризыҡ юҡ, ти табиптар. Имбир - әсе рефлюкс мәлендә шулай уҡ тәьҫирле ярҙамсы. Борон замандарҙан ялҡынһыныуға ҡаршы, ашҡаҙан-эсәк сирҙәрен дауалау өсөн дә уны киң файҙаланғандар.
Алоэ яраларҙы уңалтыуҙан тыш, үҙәк көйөүҙе лә яҡшы баҫа. Шулай уҡ көн һайын салат ашау файҙалы буласаҡ. Күпселек ауырыуҙар бананға һәм ҡауынға өҫтөнлөк бирә, тик ҡайһы берәүҙәр өсөн уларҙың килешеп етмәүе ихтимал.
Табиптар әйтеүенсә, рефлюкс йонсотҡанда тауыҡ ите һәм һурпаһы, балыҡ һәм дингеҙ аҙыҡтары файҙалы. Төҫлө кәбеҫтә, броколли, йәшел борсаҡ, сельдерей, петрушка һәм башҡа йәшелсәләр үҙәк көйгәндә туҡланыу өсөн уңышлы ҡулланыла.
Фото: Очагвдоме.рф