

Ғәлиәхмәт ауылының юбилейы айҡанлы төҙөкләндереү эштәре дауам итә. Ауылдың йөҙ йыллығы уңайынан урындағы халыҡ ауылға ингән ерҙе кәртәләп, 100 төп ҡарағай үҫентеләре ултыртты. Бар эштәрҙе халыҡ үҙ көсө менән атҡарып сыҡты. Бөгөн гө өмәлә 70 кә яҡын кеше ҡатнашты. Ғәлиәхмәтләр эшләгән эштәренән ҡәнәғәт булып, артабан үҫентеләргә сиратлап һыу ҡойорға ҡарар ҡылып, өйҙәренә таралды.
Күмәк көс менән ултыртылған ағас үҫентеләре уңышлы ерегеп, бар тирә- яҡҡа йәм биреп ултырыр тип өмөт итәбеҙ. Өмәлә ҡатнашҡан һәр кемгә оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ!