

"Айыҡ ауыл 2026" конкурсының муниципаль этабында ҡатнашҡан Оло Арыҫланғол (Сик) ауылы халҡы айыҡ йәшәү рәүешен девиз итеп кенә алмағандар. Тырыш, егәрле ауылдаштар алдағы көндәргә ҙур пландар ҡороп, маҡсаттар ҡуйған һәм шуларҙың береһе - Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар иҫтәлегенә аллея булдырыу.
Бөгөн "Йәшел Башҡортостан" акцияһына ҡушылып, Оло Арыҫланғолдар "Еңеү аллеяһы"на ауылдан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан 32 яугирға арнап 32 төп шыршы ағасы ултырттҡан. Йәшелләндереү һәм тарихи хәтерҙе һаҡлау маҡсатында ойошторолған экологик өмәлә һәр ғаилә йәшел ҡупшыҡайҙарҙы үҙҙәренең туғандарына бағышлап ултырта. "Киләсәктә шыршыҡайҙар ерегеп, матур булып үҫеп китһендәр", - тигән теләктәр теләп таралышты ауылдаштар.