ЭКОЛОГИЯ
21 Июля , 10:28

Тәбиғәтте һаҡлау – беҙҙең ҡулда

«Тере һыу» район экологик конкурсына йомғаҡ яһалды

Тәбиғәтте һаҡлау – беҙҙең ҡулдаТәбиғәтте һаҡлау – беҙҙең ҡулда
Тәбиғәтте һаҡлау – беҙҙең ҡулда

Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылы һәм Башҡортостанда Ҙур һәм татыу ғаилә йылы сиктәрендә  ауыл биләмәләре араһында «Тере һыу» район конкурсы гөрләп уҙҙы. Экологик өмәнең маҡсаты йылға ярҙарын һәм үҙәндәрен, быуа һәм шишмә буйҙарын ҡый-ғыпырҙан, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарынан таҙартыуға йүнәлтелде. Сарала 1700-ҙән ашыу кеше ҡатнашып, Һаҡмар, Йылайыр, Таналыҡ, Тиргәмеш йылғалары һәм башҡа һыу объекттары буйынан 30 тоннанан ашыу сүп-сар сығарылды.

 Башҡортостан Республикаһы Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Сибай территориаль комитеты белгестәре акцияла әүҙем ҡатнашыусылар һәм эксперттар булып сығыш яһаны. Улар методик яҡтан оҙатыу һәм эштәр барышын контролдә тотоуҙы тәьмин итте. Баһалама ағзалары ебәрелгән барлыҡ эштәрҙе ҡарап сыҡҡандан һуң еңеүселәрҙе билдәләне. Әүҙем ҡатнашҡандары өсөн Антингән, Бүребай, Ивановка, Маҡан, Яңы Ергән, Һамар һәм Өфө ауыл биләмәләре 10 мең һумлыҡ аҡсалата сертификат менән бүләкләнде.

Алдан билдәләп китеүебеҙсә, «Тере һыу» район конкурсына Аҡъюл, Таналыҡ, Федоровка, Әбеш ауыл биләмәләре ныҡлы ойошҡанлыҡ, берҙәмлек һәм әүҙемлек күрһәтеп, үткәрелгән сараларға етди ҡаранылар. Уларҙың ауыл биләмәһенә ҡараған барлыҡ ауылдарында ла тиерлек экологик өмәләр үтте, матур ял итеү зоналары барлыҡҡа килде. Конкурс сиктәрендә үткәрелгән һәр сараларҙа ауыл хакимиәте етәкселегенән алып, ойошма хеҙмәткәрҙәре, урындағы халыҡ, хатта ситтә йәшәгән яҡташтар ҙа дәррәү ҡушылды. Һөҙөмтәлә, Гран-приға һәм 100 мең һумлыҡ премияға хаҡлы рәүештә Аҡъюл ауыл биләмәһе лайыҡ булды! 1-се урынды Федоровка ауыл биләмәһе (80 мең һум), 2-се урынды Әбеш ауыл биләмәһе (70 мең һум) яулаһа, 3-сө урынды  Таналыҡ ауыл биләмәһе(60 мең һум) алды.

Тирә-яғыбыҙҙың таҙа, йәмле булыуы – йәшәүгә көс, күңелдәргә рухи дәрт өҫтәү сығанағы ул. Ер йәменән бәҫ төшөрмәй уны һаҡлау – һәр кемдең изге бурысы икәнен онотмайыҡ, дуҫтар!

 

Белешмә

 Экологик өмәләр «Экологик именлек»   милли проекты сиктәрендә уҙғарылды.  «Экологик именлек» милли проекты тирә-яҡ мөхитте хәстәрләй һәм уны халыҡ өсөн уңайлы итә. Эш бер юлы бер нисә йүнәлеш буйынса алып барыла: ҡалдыҡтарҙы сорттарға айырыу һәм эшкәртеү өсөн инфраструктура булдырыу, сүплектәрҙе һәм һыу ятҡылыҡтарын таҙартыу, урмандарҙы һаҡлау, атмосфераға ҡалдыҡтарҙы сығарыуҙы кәметеү, экологик туризмды үҫтереү һәм биологик төрлөлөктө һаҡлау.

Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Автор:Лира Такалова
Читайте нас