

Конкурс беренсе майҙан алып беренсе июлгә тиклем ойошторолдо. Экологик өмәнең маҡсаты йылға ярҙарын һәм үҙәндәрен, быуа һәм шишмә буйҙарын ҡый-ғыпырҙан, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарынан таҙартыуға йүнәлтелде. Шулай уҡ халыҡта экологик мәҙәниәтте тәрбиәләү, йәмәғәтселектең экология мәсьәләләренә һәм тәбиғәткә һаҡсыл ҡарашта булыуға иғтибарын йәлеп итеү. Беҙҙең ҡурсалауға мохтаж ер-һыуҙарыбыҙҙың таҙалығы өсөн һәр кем үҙ өлөшөн индереп, ҙур теләк менән ҡатнашты. Шулай тирә-яғыбыҙҙың таҙа, йәмле булыуы – йәшәүгә көс, күңелдәргә рухи дәрт өҫтәү сығанағы ул.
Баһалама ағзалары ебәрелгән барлыҡ эштәрҙе ҡарап сыҡҡандан һуң еңеүселәр билдәләнде. Әүҙем ҡатнашҡандары өсөн Антингән, Бүребай, Ивановка, Маҡан, Яңы Ергән, Һамар һәм Өфө ауыл биләмәләре аҡсалата сертификат менән бүләкләнделәр.
III урын – Таналыҡ, II урын – Әбеш, I урын – Федоровка ауыл биләмәләре бүлеште.
Гран-приға Аҡъюл ауыл биләмәһе хаҡлы рәүештә лайыҡ булды!
Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ. Ер йәменән бәҫ төшөрмәй уны һаҡлау – һәр кемдең изге бурысы икәнен онотмайыҡ, дуҫтар!