ЭКОЛОГИЯ
28 Июня , 13:43

Таҙа һыуға хөрмәтле бул

Таҙа һыуға хөрмәтле булТаҙа һыуға хөрмәтле бул
Таҙа һыуға хөрмәтле бул

 

Хәйбулла районында “Тере һыу” конкурсы бик әүҙем бара. Йәнтеш ауылы мәҙәниәте хеҙмәткәрҙәре  яҙ айынан башланған һыу яры буйҙарын йыйыштырыу, йылға, шишмәләрҙе таҙартыу акцияһы һөҙөмтәһен кескәйҙәргә, каникулға ҡайтҡан балаларға, ҡунаҡтарға күрһәтергә Һаҡмар буйына йыйҙы. Һәр саҡ өмәгә ихлас ҡушылған өмәселәргә, ағинәйҙәргә, “Изгелек” клубы ағзаларына ауыл советы етәксеһе Айнур Юнысов рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Сараға килгәндәр ауыл йәме -“Ағинәйҙәр” ҙең эстәлекле, мәғәнәле “Тере һыу-йәшәү сығанағы” тигән мөнәжәтен тыңланылар.Ауылды уратып алған шишмәләрҙән таҙа һыу алып, һигеҙ самауыр сәй ҡайнаттылар. Балалар ҙа, өлкәндәр ҙә хәрәкәтле уйындарҙа ҡатнашып, самауырҙар ҡайнап сыҡҡансы дәртле көй аҫтында ритайымда бейенеләр. Сара аҙағында ололарҙан- Юныс Иштанов изге теләктәр теләп уҡыған доғаны тыңлап, өмәләрҙән һуң таҙарып ҡалған йылға буйынан  шифалы үләндәр йыйып һалынған сәйҙәр эсеп таралыштылар.  “Яҙҙан алып өмәселәр менән һыу, яр буйҙарын таҙарттыҡ. Һаҡмар буйына ял итергә уңайлыҡтар булдырып өҫтәл, эскәмйәләр эшләнек. Йәй башланып ҡына тора. Ял итергә килгәндәр тәбиғәткә , шулай уҡ кешенең эскерһеҙ хеҙмәтенә хөрмәтле булып, ҡый-ғыпыр ҡалдырмай йыйыштырып, тәрбиәле ял итһендәр ине”,- тигән үтенесен дә белдерә Йәнтеш мәҙәниәте йорто етәксеһе Лена Фыуат ҡыҙы. Саф һыулы шишмә-йылғаларыбыҙ шаулап аҡһын, күк йөҙө тыныс булһын!

Зимфира Ҡасҡынова

Автор:Зимфира Каскинова
Читайте нас