ЭКОЛОГИЯ
24 Июня , 10:41

Тәбиғәт тураһында хәстәрлек бәләкәйҙән башлана

Һамар ауыл биләмәһе Таналыҡ йылғаһы буйында экологик өмә ойоштороу менән бер рәттән йәш быуынға «Таналыҡ — йәнтөйәгебеҙ ынйыһы: уның таҙалығын һаҡлайыҡ» тип исемләнгән сағыу байрам үткәргән.

Тәбиғәт тураһында хәстәрлек бәләкәйҙән башланаТәбиғәт тураһында хәстәрлек бәләкәйҙән башлана
Тәбиғәт тураһында хәстәрлек бәләкәйҙән башлана

Сара барышында алып барыусылар балаларҙы Таналыҡ йылғаһының тарихы менән таныштырып, төрлө уйындар һәм конкурстар ойошторғандар. Артабан Быҙаулыҡ мәҙәниәт йортоноң «Ғилмияза» вокал ансамбле дәртле йырҙары менән ҡыуандырғандар. «Киләсәк быуында тәбиғәткә ҡарата һаҡсыл ҡараш, шәфҡәтлелек тойғоһо тәрбиәләү, тереклек донъяһына тик яҡшылыҡ эшләү теләге тыуҙырыу һәм уларҙы изге эштәрҙә ҡатнаштырыу беҙҙең бурысыбыҙ», – тип хәбәр еткерә Һамар ауыл хакимиәте башлығы Рафаэль Кәримов.

Тәбиғәт тураһында хәстәрлек бәләкәйҙән башлана
Тәбиғәт тураһында хәстәрлек бәләкәйҙән башлана
Тәбиғәт тураһында хәстәрлек бәләкәйҙән башлана
Тәбиғәт тураһында хәстәрлек бәләкәйҙән башлана
Автор:Лира Такалова
Читайте нас