ЭКОЛОГИЯ
16 Июня , 13:40

Браконьер машинаһыҙ тороп ҡалған

Илеш районында хайуандарҙы законһыҙ атып үлтереү факты буйынса хөкөм ҡарары сығарылды.

Браконьер машинаһыҙ тороп ҡалғанБраконьер машинаһыҙ тороп ҡалған
Браконьер машинаһыҙ тороп ҡалған

2024 йылдың ноябрендә ир  рөхсәте булмайынса һунар иткән. Ҡабандарҙы эҙәрлекләү өсөн «Лада-212140» автомобилен һәм төнгө күҙәтеү приборын файҙаланып, мылтыҡ менән ике хайуанды атып үлтергән.

Был мәлдә уны һунарсылыҡ биләмәһе егеры күреп ҡала, ул булған хәл тураһында полиция хеҙмәткәрҙәренә хәбәр итә. 

Судта ғәйепләнеүсе үҙ ғәйебен таный һәм 300 мең һум зыянды тулыһынса ҡаплай. Суд уға 10 айлыҡ холоҡ төҙәтеү эштәре билдәләй, эш хаҡынан 15%-ын дәүләт файҙаһына тотоп алып ҡалыу менән, 1 йылға һунарсылыҡ менән шөғөлләнеү хоҡуғынан мәхрүм итә. Бынан тыш, уның мылтығы ла, машинаһы ла (600 мең һумға баһаланған) тартып алынған.

 

 

 ФОТО: ГУЛЬФИЯ АКУЛОВА | ИА «БАШИНФОРМ»

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас