

«Беҙҙең ауыл Таналыҡ йылғаһы буйында урынлашҡан. Шуға күрә өмәләргә даими рәүештә сығабыҙ. Ағым буйлап өҫтәрәк һыуһаҡлағыс урынлашҡанға күрә йылға яҙғыһын ныҡлап таша алмай һәм йылға төбө, үҙәндәре төрлө ҡый үләндәре менән ҡапланған. Күмәк эш – бөткән эш, тиҙәр. Бергәләшеп күңелле итеп йыйыштырғандан һуң, тирә-яғыбыҙ тағы ла күркәмләнеп, йәмләнеп ҡалды. Әлбиттә, ямғырҙар туҡтағас өмәләр тағы ла дауам итәсәк. Әйләнә-тирәбеҙҙә таҙалыҡ һәм матурлыҡ булдырыу бары тик үҙебеҙҙән генә тора», – тине Һамар ауылы биләмәһе хакимиәте башлығы Рафаэль Кәримов.