ЭКОЛОГИЯ
25 Мая , 06:05

Таҙалыҡ үҙебеҙҙән башлана

Бик изге һәм әһәмиәтле булған «Тере һыу» экологик конкурсы район ауылдарында әүҙем үтә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Таҙалыҡ үҙебеҙҙән башланаТаҙалыҡ үҙебеҙҙән башлана
Таҙалыҡ үҙебеҙҙән башлана

Федоровка, Оло Әбеш, Аҡъюл, Таштуғай, Әҙел ауылдары халҡы Таналыҡ, Һаҡмар йылғалары буйҙарын, урман һыҙаттарын сүп-сар, ҡый-ғыпырҙан һәм кипкән ағастарҙан таҙартты. Пластик һауыт-һаба, сепрәк, шешәләр, ҡапҡастар, полиэтилен тоҡсайҙар, пакеттар... Нимә генә юҡ!

Тәү нәүбәттә таҙалыҡ үҙебеҙҙән башлана, тәбиғәт ҡосағында ял иткәндә таҙалыҡ тураһында оноторға ярамай. Ғәмһеҙ һәм битараф булмайыҡ. Ер яҙмышы – беҙҙең ҡулда!

Автор:Лира Такалова