

9 апрелдә Бөрйән урмансылығында янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙоу сәбәпле ут 1,1 гектар майҙан урманды ялмап алған.
Ғәйепләнеүсегә ҡарата административ тикшереү ҡуҙғатылған, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән. Был хоҡуҡ боҙоу өсөн уға 1 миллиондан 2 миллион һумға тиклем штраф янай. Бынан тыш, ул урманға зыянды тулыһынса ҡапларға һәм ут һүндереү өсөн сарыф ителгән бөтә сығымдарҙы түләргә бурыслы.
Урман янғындары өсөн административ ҡына түгел, енәйәт яуаплылығы ла янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙоусыларҙы көтә, тип иҫкә төшөрә ведомство һәм түбәндәге миҫалдарҙы килтерә.
Мәҫәлән, 2023 йылда Дүртөйлө районында ике урман янғыны өсөн суд ғәйепле кешегә дәүләткә 1,6 миллион һумдан ашыу түләү бурысын ҡуя.
Белорет районында ошондай уҡ енәйәт өсөн урындағы кеше бер йыл буйы холоҡ төҙәтеү эштәрен башҡарырға һәм 5 миллион һум самаһы түләргә тейеш булған.
«Урманға юлланған һәр кем ташланған шырпының йәки һүндерелмәгән усаҡтың хаҡы бөгөн миллион һумға иҫәпләнеүен аңларға тейеш, — тип билдәләне республиканың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов. — Беҙҙең өҫтөнлөклө бурыс — янғындарға юл ҡуймау, шуға күрә янғын хәүефе миҙгелендә патрулдәр һаны бер нисә тапҡырға арттырылды. Беҙ бөтә ресурстарҙы, шул иҫәптән пилотһыҙ авиацияны ла, ҡағиҙә боҙоусыларҙы асыҡлау өсөн файҙаланабыҙ. Билдәләп үтергә кәрәк, 2 миллион һумға тиклем административ штрафтарҙан тыш, урман ултыртыуҙарҙы юҡ иткән өсөн РФ Енәйәт кодексының 261-се статьяһы буйынса енәйәт яуаплылығы ҡаралған. Урмандағы вайымһыҙлыҡ —финанс көрсөгө һәм азатлығын юғалтыуға тура юл».
Министрлыҡ мәғлүмәттәре буйынса, 2026 йылдың башынан Башҡортостан урмандарында янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙоуҙың 26 осрағы асыҡланған. Ғәйеплеләргә ҡарата административ саралары күрелгән.
Урман янғыны йәки янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙған осраҡта граждандарҙан ведомствоның төбәк диспетчер хеҙмәте телефоны буйынса кисекмәҫтән хәбәр итеүҙәрен һорайҙар: 8-347-218-14-14.
Архив фотоһы