

Башҡортостанда айыуҙарҙың тораҡ пункттарға сығыу осраҡтары йышайған. Йыл башынан алып 112 хеҙмәткә ошондай 14 мөрәжәғәт килгән, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан.
Күптән түгел Иглин районында айыу умарталыҡты туҙҙырған, ә Нефтекама янындағы баҡса ширҡәтендә йәнлек умарталар ҡуйылған участкаға килгән.
Ғәҙәттә ҡышҡы йоҡонан һуң ас януарҙар аҙыҡ эҙләй. Уларҙы умарталыҡтар, сүп-сар контейнерҙары һәм компост соҡорҙарынан еҫтәр йәлеп итә.
Айыу менән осрашҡанда уға бер нисек тә яҡын килергә, ашатырға, фотоға төшөрөргә маташырға ярамай. Айыуҙы күргәс, унан әкрен генә, артҡа боролмайынса, китергә кәрәк. Шул уҡ ваҡытта көслө тауыш сығарырға һәм ҙурыраҡ булып күренер өсөн ҡулдарҙы, рюкзакты йәки ботаҡты күтәрергә кәрәк, тип иҫкә төшөрә ҡотҡарыусылар.
Бынан алда республикала йыртҡыстар һанын көйләү өсөн һунарсыларҙы аҡсалата бүләктәр менән дәртләндерергә ҡарар ителгәйне. Атыу өсөн премиялар билдәләнгән: һоро айыу өсөн — 50 000 һум, бүре өсөн-30 000 һум һәм төлкө өсөн-3000 һум.
фото:Башинформ.