ЭКОЛОГИЯ
24 Апрель , 17:12

Яңы закон бал ҡорттарын күпләп һәләк булыуҙан яҡлай

Мәғлүмәт  10 көндән дә алдараҡ һәм 5 көндән дә һуңға ҡалмайынса еткерлергә тейеш

Добавить в предпочтительные источники Google
Яңы закон бал ҡорттарын күпләп һәләк булыуҙан яҡлайЯңы закон бал ҡорттарын күпләп һәләк булыуҙан яҡлай
Яңы закон бал ҡорттарын күпләп һәләк булыуҙан яҡлай
 
Дәүләт Йыйылышы депутаттары 32-се ултырышта ике аҙаҡҡы уҡыуҙа «Умартасылыҡ тураһында» республика законына төҙәтмәләр ҡабул итте. Үҙгәрештәр бал ҡорттарының күпләп һәләк булыуына юл ҡуймау өсөн умартасыларға пестицидтар ҡулланыу тураһында мәғлүмәт биреү ваҡытын аныҡлай һәм тәртибен камиллаштыра. Был мәғлүмәт киң мәғлүмәт саралары аша таратылырға, шулай уҡ пестицидтарҙы һәм агрохимикаттарҙы күҙәтеү федераль дәүләт мәғлүмәт системаһында урынлаштырылырға тейеш. Закон быйыл март айында беренсе уҡыуҙа раҫланды.

Башҡортостанда бал ҡорттарының ағыуланыуына юл ҡуймау тураһында ике йыл элек үк һөйләй башлағайнылар. Ул саҡта депутаттар, киң мәғлүмәт сараларында был мәғлүмәт сәсеүлектәрҙе химик эшкәртеү эше башланыуға 10 көндән дә алдараҡ һәм 5 көндән дә һуңға ҡалмайынса еткереМәғлүиәлергә тейеш, тигән норманы раҫланы.

 

ФОТО: «БАШИНФОРМ»
 
 
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы