ЭКОЛОГИЯ
17 Апреля , 11:40

Һаҡмар буйҙары йәмләнде

Атайҙар һәм уландар, Йәнтеш ауылы халҡы һәм ирекмәндәр өмәгә дәррәү ҡушылды

Һаҡмар буйҙары йәмләндеҺаҡмар буйҙары йәмләнде
Һаҡмар буйҙары йәмләнде

Бөгөн  Башҡортостан Республикаһы «Ирҙәр ҡоро» ойошмаһының Хәйбулла бүлексәһе башланғысы менән районда күркәм сара уҙҙы. Атайҙар һәм уларҙың улдары экологик акция уҙғарыу урынына – Һаҡмар буйына йыйылып, йылға ярҙарын сүп-сарҙан таҙартты. Был изге башланғысҡа Йәнтеш ауылы халҡы һәм ирекмәндәр ҡушылды.

«Башҡарған эшебеҙҙең асылын кешеләр аңлаһа ине. Бында йәшәүселәр ҙә, килгән ҡунаҡтар ҙа иҫ киткес хозур тәбиғәтебеҙ менән һоҡланһын, был биләмәләрҙе ҡыйламаһын ине», – тип өмәлә ҡатнашыусылар 4 саҡрымдан ашыу йылға буйын тәртипкә килтерҙе. Иҫәпһеҙ-һанһыҙ тоҡтарға тултырылған сүп-сарҙы сығарыуҙа Атингән ауыл биләмәһе хакимиәте тракторы менән ярҙам итте.

Йөкмәткеле һәм әһәмиәтле сара бергәләп ҡарағай үҫентеләрен ултыртыу, арҡан ишеү һәм уҡ атыу буйынса оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашыу менән дауам итте. Был матур осрашыу Йәнтеш ауылы уңғандары әҙерләгән мул һыйлы табын артында сәй эсеү менән  менән тамамланды.  Барыһы ла ҡәнәғәт ҡалып, ошондай акцияларҙың йышыраҡ уҙғарырға кәрәклеген билдәләп таралышты. Киләсәктә  «Ирҙәр ҡоро» ойошмаһының ауыл биләмәләрендә бүлексәләрен булдырыу көнүҙәк мәсьәлә булып тора.

Тулы мәҡәләне "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 15-се һанында уҡығыҙ.

Күберәк фотолар беҙҙең төркөмдә:https://vk.com/album450437627_309609462 

 

Һаҡмар буйҙары йәмләнде
Һаҡмар буйҙары йәмләнде
Һаҡмар буйҙары йәмләнде
Һаҡмар буйҙары йәмләнде
Һаҡмар буйҙары йәмләнде
Һаҡмар буйҙары йәмләнде
Һаҡмар буйҙары йәмләнде
Һаҡмар буйҙары йәмләнде
Һаҡмар буйҙары йәмләнде
Һаҡмар буйҙары йәмләнде
Һаҡмар буйҙары йәмләнде
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас