ЭКОЛОГИЯ
7 Апреля , 09:26

Балыҡтар ни өсөн үлгән?

   

Балыҡтар ни өсөн үлгән?Балыҡтар ни өсөн үлгән?
Балыҡтар ни өсөн үлгән?

Ҡырмыҫҡалы районының Аксаков (Ҡыйышҡы) күлендә балыҡтар ҡырылған. Ошо көндәрҙә урындағы халыҡ күңелһеҙ күренешкә тап булған һәм Башҡортостандың Экология министрлығына хәбәр иткән. Ведомство белгестәре килеп, тикшереү үткәргән. Ләкин балыҡтарҙың үлеменә сәбәпсе булырҙай бысратыу сығанаҡтарын тапмаған. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат секретары Ренара Ғәзина хәбәр итте.

Урында күлдең бысраныу кимәлен билдәләү өсөн һыу өлгөһөн анализға алғандар. Лабораторияла тикшергәндән һуң ғына аныҡ һығымта яһарға мөмкин.

 

Фото: Скриншот | "Ufa_rb" ТГ-каналы видеоһы
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы,
Читайте нас