

Асҡар ауылының ике кешеһен Сыбаркүлдә браконьерлыҡ өсөн хөкөм иттеләр - Әбйәлил район суды енәйәт эшен ҡараны.
БР судтарының берләшкән матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 21-22 октябрҙә ғәйепләнеүселәр Сыбаркүлдә законһыҙ рәүештә 54 суртан һәм 1 ротан аулаған. Бының өсөн улар резина кәмә ҡулланалар: балыҡты фонарь яҡтылығы менән ылыҡтыралар һәм закон менән тыйылған ҡорал — острогалар ярҙамында сәнсеп тоталар.
Үҙҙәренең аңлы рәүештә эш итеүҙәре менән ғәйепләнеүселәр дәүләткә 50 мең һумдан ашыу зыян килтерә.
Ғәйепләнеүселәр ғәйебен таный. Яҡшы характеристикаларын һәм зыянды ҡаплауҙы иҫәпкә алып, суд 2 йыл 5 ай һәм 2 йыл 6 айға шартлы рәүештә иркенән мәхрүм итеү, 2 йылға һынау срогы менән яза тәғәйенләй. Шулай уҡ уларҙы һыу биологик ресурстарын сығарыу менән бәйле эшмәкәрлек менән шөғөлләнеү һәм 2 йылға һәүәҫкәр һәм спорт балыҡсылығы менән шөғөлләнеү хоҡуғынан мәхрүм итәләр. Енәйәт ҡоралдарын юҡ итергә ҡарар ителә.
Хөкөм ҡарары әлегә законлы көсөнә инмәгән.
фото:Башинформ.