Бөгөн Хөкүмәт кәңәшмәһендә экологик мәғариф мәсьәләләре ҡаралды. Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов хәбәр итеүенсә, 2025 йылда республикала 4 миллион ҡатнашыусыны үҙ эсенә алған 20 меңдән ашыу экологик сара ойошторолған.
Республикала экологик мәҙәниәтте системалы формалаштыралар. Был эшкә мәктәп уҡыусыларын, студенттарҙы, ирекмәндәрҙе, бизнес һәм власть органдары вәкилдәрен йәлеп итәләр. Мәҫәлән, 2025 йылда республика “ЭкоТолк” халыҡ-ара экологик диктантына ҡушылды. Акцияла 2 меңдән ашыу кеше ҡатнаша.
Шулай уҡ 2014 йылдан республикала “Эколята” проекты тормошҡа ашырыла. Мәктәпкәсә йәштәге балалар һәм уҡыусылар ағастар ултырта, парктарҙы таҙарта һәм макулатура йыя. Башҡортостан балалары һәм үҫмерҙәре даими рәүештә бөтә Рәсәй балалар экологик форумында ҡатнаша. Һәм был һөҙөмтә бирә – 2025 йылда республика командаһы “Ҡалдыҡтарҙы икенсел файҙаланыу буйынса иң яҡшы проект” номинацияһында еңеү яуланы. Балалар сүп-сарҙы сорттарға айырырға өйрәтеү өсөн виртуаль уйын тәҡдим итте.
Йылына ике тапҡыр республикала “Экологик белем аҙналығы” ойошторола. 2025 йылда ойоштороусылар 14 меңдән ашыу дәрес үткәргән, уларҙа 272 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан.
Өс йыл рәттән Башҡортостанда Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса федераль агентлыҡ ярҙамында “ГеоВызов” халыҡ-ара геология чемпионаты уҙғарыла. Буласаҡ геологтар 12 дисциплинала ярыша. Уларҙың остаздары булып профилле ведомстволар, компаниялар һәм юғары уҡыу йорттары белгестәре сығыш яһай.
Радий Хәбиров был абруйлы сараны Башҡортостанда үткәреүҙең мөһимлеген билдәләне һәм төбәктең тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы тарафынан экологик мәғариф өлкәһендә алып барылған эште юғары баһаланы.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.