Бөтә яңылыҡтар
ЭКОЛОГИЯ
18 Февраль , 22:14

Кампуста яңы лаборатория асылды

Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең Юғары уҡыу йорттары студенттары кампусы  майҙансығында биотехнология буйынса яңы “ИнноваБиоТех” уҡыу-фәнни лабораторияһы эшен башланы.

Кампуста яңы лаборатория асылды
Кампуста яңы лаборатория асылды

Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең Юғары уҡыу йорттары студенттары кампусы  майҙансығында биотехнология буйынса яңы “ИнноваБиоТех” уҡыу-фәнни лабораторияһы эшен башланы.

Ул Өфө фән һәм технологиялар университетының Тәбиғәт һәм кеше институты нигеҙендә булдырылған. “БашИнком” ғилми-индереү предприятиеһы был проекттың хеҙмәттәше булып сығыш яһай.

“Лаборатория тикшеренеү базаһын үҫтереүҙә ҙур аҙым буласаҡ. “ИнноваБиоТех” тәбиғәткә кире тәъҫирҙе кәметеү эше менән шөғәлләнәсәк. Төп йүнәлештәр – пестицидтарҙы аҙайтыу өсөн биопрепараттар эшләү һәм ауыл хужалығы ҡалдыҡтарын биологик эшкәртеү”, – ти Башҡортостандың Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығының Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау идаралағы нтәксеһе Рөстәм Кәримов.

Фото: Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең Юғары уҡыу йорттары студенттары кампусы.  

Автор: Рәшит Кәлимуллин
Автор:
Читайте нас