Бөтә яңылыҡтар
ЭКОЛОГИЯ
9 Ғинуар , 08:33

Йоманан шәмбегә ҡараған төндә һыуыта

Урыны менән -16...-18 градусҡа етәсәк. Алдағы ял көндәрендә һауа торошо нисек булыр? 

Республикала сағыштырмаса йылы, матур һауа торошо урынлашты. Алдағы көндәрҙә артыҡ яуым-төшөм көтөлмәй. Бөгөн һәм алдағы шәмбе-йәкшәмбелә көндөҙгө һауа температураһы -4...-8, төндәгеһе -9...-12 градус араһында тирбәләсәк. 

Шулай ҙа йоманан шәмбегә ҡараған төндә, йәғни 10 ғинуар төнөндә, ярайһы уҡ һыуытып аласаҡ: урыны менән -16...-18 градусҡа етәсәк, тип фаразлай синоптиктар. Әммә икенсе көнөнә үк термометр бағанаһы көндөҙ -4...-6, төндә -10...-12 тирәһенән үтмәйәсәк. 

Ял көндәрегеҙ матур үтһен! 

Александр Королев фотоһы. 

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ! 

        Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Автор:
Читайте нас