Башҡортостанда МХО яугирҙары һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылы уңайынан, Төньяҡ-Көнсығыш биҫтәһе паркында аҡъярҙар Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар аллеяһын булдырыуҙа ҡатнашып, 30 төп шыршы үҫентеһен ултыртты.
Бынан тыш, Салауат Юлаев просектында һәм Муса Мортазин урамында йәшелләндереү буйынса өмәләр гөрләне. Көндөң һыуыҡ булыуына ҡарамаҫтан, иртә менән күптәр ҡулдарына көрәк һәм күнәктәр алып, хеҙмәт коллективтары йәиһә тотош ғаиләләре менән акцияға ихлас ҡушылдылар. Дөйөм алғанда, өмәләрҙә ихлас ҡатнашҡан хәйбуллалар ағас ултыртыуға етди ҡарап, был эштәрҙе тейешенсә атҡарыуға бөтә көстәрен һалырға тырышты. Әлбиттә, был тырышлыҡтар бушҡа булмаһын өсөн, артабан ошо ағас үҫентеләрен тәрбиәләп, ваҡыты менән һыу ҡойоп тороу ҙа мөһим мәсьәлә булып ҡала.
Нисә йыл рәттән инде «Йәшел Башҡортостан» экологик сара ғына түгел, барлыҡ кешене берләштергән байрамға әүерелде. Күмәк көс менән ултыртылған ағас үҫентеләре уңышлы ерегеп, бар тирә-яҡҡа йәм биреп ултырыр тип өмөт итәбеҙ. Ихлас күңелдән ултыртылған ағастарыбыҙ шаулап үҫһен, уларға ҡарап быуын-быуын хәйбуллалар һөйөнһөн!