Бөтә яңылыҡтар
ЭКОЛОГИЯ
16 Сентябрь 2025, 20:21

Үҫемлек ҡалдыҡтарын ҡайҙа итергә?

Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов үҫемлек ҡалдыҡтары менән эш итеүҙең яңы ҡағиҙәләре тураһында һөйләне.

Үҫемлек ҡалдыҡтарын ҡайҙа итергә?
Үҫемлек ҡалдыҡтарын ҡайҙа итергә?

«Көҙгөһөн йорт яны биләмәләрен йыйыштырыу барышында контейнер майҙансыҡтарында үҫемлек массаһы тупланыу осраҡтары йыш күҙәтелә. 2025 йылдың 1 сентябренән РФ хөкүмәте ҡарары менән раҫланған үҫемлек ҡалдыҡтары менән эш итеүҙең яңы ҡағиҙәләре көсөнә инде. Был нормалар ботаҡтарҙы, япраҡтарҙы, үләнде һәм башҡа баҡса-баҫыу сүп-сарҙарын ғәҙәти контейнер майҙансыҡтарында урынлаштырыуҙы тыйҙы», - тип билдәләне Нияз Фазылов.

Министр һүҙҙәренсә, ер участкалары хужаларына үҫемлек ҡалдыҡтарын утилләштереүҙең альтернатив ысулдарын ҡарарға тәҡдим ителә: хужалыҡ ихтыяждары (утын) өсөн ботаҡтарҙы һәм олондарҙы ваҡлау, ашламалар әҙерләү өсөн ботаҡтарҙы һәм япраҡтарҙы компостлау, сүп-сарҙы сығарыу өсөн махсуслашҡан ойошмалар менән килешеү төҙөү.

Ҡағиҙәләрҙе боҙған өсөн административ яуаплылыҡ ҡаралған: граждандар өсөн — 3000 һумға тиклем штраф, юридик шәхестәр өсөн — 250 000 һумға тиклем.

Был ябай ҡағиҙәләрҙе үтәү йәмәғәт киңлектәренең таҙалығын һаҡларға һәм халыҡ өсөн уңайлы шарттар булдырырға мөмкинлек бирәсәк, тип билдләне министр.

Фото:видеонан скриншот

Автор: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас