Бөтә яңылыҡтар
ЭКОЛОГИЯ
14 Август 2025, 22:12

Быҙаулыҡ һәм Таналыҡ йылғаларында тикшереү уҙғарылған

Башҡортостандың Экология министрлығына  үле балыҡтар табылыуы тураһында хәбәр килгән

Быҙаулыҡ һәм Таналыҡ йылғаларында тикшереү уҙғарылған
Быҙаулыҡ һәм Таналыҡ йылғаларында тикшереү уҙғарылған

Башҡортостандың Экология министрлығына Таналыҡ һәм Быҙаулыҡ йылғаларында үле балыҡтар табылыуы тураһында хәбәр килгән. Ошоға бәйле ведомство белгестәре йылғаларҙа күсмә тикшереү үткәргән.

«Аналитик лаборатория хеҙмәткәрҙәре лаборатория тикшеренеүҙәре өсөн һыу өлгөләрен алды. 13 августа Таналыҡ һәм Быҙаулыҡ йылғаларын ҡабаттан тикшергәндә балыҡтың яңы үлем осраҡтары теркәлмәгән. Һыу объекттарында хәл тотороҡлана. Ваҡиға һәм тикшереү һөҙөмтәләре тураһында мәғлүмәт Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү (Росприроднадзор) Һәм Балыҡсылыҡ буйынса федераль агентлыҡҡа (Росрыбаловство) тейешле саралар ҡабул итеү һәм тикшереү үткәреү өсөн ебәрелгән», — тип аңлатма бирҙеләр экология министрлығында.

 

Фото: Башҡортостандың Экология министрлығы.

Быҙаулыҡ һәм Таналыҡ йылғаларында тикшереү уҙғарылған
Быҙаулыҡ һәм Таналыҡ йылғаларында тикшереү уҙғарылған
Быҙаулыҡ һәм Таналыҡ йылғаларында тикшереү уҙғарылған
Быҙаулыҡ һәм Таналыҡ йылғаларында тикшереү уҙғарылған
Автор: Раян Атанбаев
Читайте нас