Һуңғы йылдарҙа еләк-емеш үҫтерелгән баҡсаларҙа ҡара себендәрҙең күпләп осоуы күҙәтелә башланы. Баҡтиһәң, бөжәктең дөрөҫ атамаһы Марк яҙғы йыуанаяғы (толстоножка весенняя Марка – Bibio Marci). Халыҡ телендә уларҙы “апрель себене” йәки “ҡара себен” тип атайҙар.
“Рәсәй ауыл хужалығы үҙәге”нең Башҡортостан Республикаһы буйынса филиалы белгестәре билдәләүенсә, был йыуан аяҡлы “себен” ысынында иһә серәкәй икән. Был серәкәйҙәр апрель – май айҙарында ғына йәшәй, ә һуңынан юғала. Ҡара төҫтәге кәүҙәһе тулыһынса ҡара төктәр менән ҡапланған. Оҙонлоғо 10-13 мм. Серәкәй сәскәләрҙең татлы һуттары менән туҡлана, ғәҙәттә алма ағастарының сәскәләре ҡойолғандан һуң, киләһе яҙға тиклем юҡҡа сыға. Был бөжәктәр кеше өсөн хәүефле түгел.
Ҡара себен 100-150 йомортҡа һала. Тупраҡта йәшәгән ҡарышлауыҡтары ғәҙәттә төркөмдәрҙә йәшәй. Ҡойолған япраҡтар, серегән ағастар менән туҡлана, ҡайһы саҡта үҫемлектәрҙең тамырҙары араһында, баҫыуҙарҙа һәм болондарҙа, тиреҫтә осрай. Улар редуценттар (үҫемлек ҡалдыҡтарын емереүселәр) булып тора, тимәк тупраҡ барлыҡҡа килеүҙә роль уйнай.
Әгәр ниндәйҙер һорауҙар барлыҡҡа килһә “Рәсәй ауыл хужалығы үҙәге” филиалының Хәйбулла районы бүлегенә йәки 8(347)-215-17-03 телефоны аша үҫемлектәрҙе һаҡлау бүлегенә мөрәжәғәт итергә мөмкин.