ЭКОЛОГИЯ
7 Май 2025, 07:47

Алдағы өс көндә республикала үҙгәреүсән һауа торошо көтөлә

-

Алдағы өс көндә республикала үҙгәреүсән һауа торошо көтөләАлдағы өс көндә республикала үҙгәреүсән һауа торошо көтөлә
Алдағы өс көндә республикала үҙгәреүсән һауа торошо көтөлә

Алдағы өс көндә Башҡортостанда үҙгәреүсән һауа торошо көтөлә. Синоптиктар фаразлауынса, 7 майҙа көндөҙ яуым-төшөм көтөлмәй. Ел төньяҡтан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа көндөҙ +17, +22° тиклем йылына.

Кесаҙна, 8 майҙа, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, көндөҙ көньяҡта ҡойма ямғыр яуыуы, йәшен йәшнәүе ихтимал. Ел төньяҡтан талғын. Һауа температураһы төндә +5, +10°, көндөҙ +17, +22°.

Йома, 9 майҙа, төндә урыны менән, көндөҙ республикала ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, йәшен йәшнәүе көтөлә. Ел төньяҡтан талғын. Һауа температураһы төндә +6, +11°, көндөҙ +15, +20°.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-05-07/v-blizhayshie-tri-dnya-v-bashkirii-ozhidaetsya-peremenchivaya-pogoda-4225920

Автор:Әлфиә Әһлиуллина
Автор:
Читайте нас