"Йәшел Башҡортостан" йылына ике тапҡыр – яҙ һәм көҙ үтә. 19 апрелдән 10 майға тиклем «Йәшел Башҡортостан» яҙғы акцияһы үтә. Акцияның берҙәм көнө - 26 апрель. Акция сиктәрендә бөтә республикала 135 яңы аллея булдырыу күҙаллана. Был көндө тыуған яҡтың экологияһы хаҡында хәстәрлек күреп кенә ҡалмайбыҙ, һәләк булған ватанды һаҡлаусыларҙы иҫкә аласаҡбыҙ.
Хәйбулла районы хакимиәтенең сәнәғәт, экология, граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр бүлегенең баш белгесе Биктимерова Лилиә Азат ҡыҙы: “Бөгөн Хәйбулла районы биләмәһендә «Йәшел Башҡортостан» акцияһы үткәрелде. Ауыл биләмәләре хакимиәттәре Ағастар ултыртыу өсөн урындар билдәләне, Аҡъяр ауылында Салауат Юлаев проспектындағы парк (Аҡъяр ауылынан сыҡҡанда Бөркөт стелаһы эргәһендәге өс мөйөшлө участка) акцияны үткәреү майҙансығы буласаҡ. Аҡъяр һәм Бүребай ауылдарына 150 пирамидалы тирәк үҫентеләре, ауыл биләмәләренә 330 ҡарағай һәм шыршы үҫентеләре ултыртыу планлаштырыла. Ҡатнашыусыларҙың планлаштырылған масштабы 500-ҙән ашыу кеше һәм 100-ҙән ашыу ойошма.”
2025 йылдың 18 апреленән 18 майына тиклем Башҡортостан “Экологик именлек” милли проектына булышлыҡ итеү маҡсатында уҙғарылған “Хәтер баҡсаһы” халыҡ-ара акцияһына ҡушыла. Быйыл сара Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына һәм Ватанды һаҡлаусылар йылына арнала.