Бөтә яңылыҡтар
ЭКОЛОГИЯ
19 Февраль 2025, 10:42

Һаҡмар буйында балыҡсылар ярышты

Ҡышын йылғала мәке уйып балыҡ тотоу – күптәрҙең яратҡан шөғөлө. Районыбыҙҙағы йылға-күлдәрҙә балыҡсылар һуҡмағының ҡыш дауамында өҙөлөп торғаны юҡ. Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан, Йәнтеш ауылында мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре тарафынан балыҡ тотоу буйынса ярыш ойошторолдо.

Һаҡмар буйында балыҡсылар ярышты
Һаҡмар буйында балыҡсылар ярышты

Ҡышын йылғала мәке уйып балыҡ тотоу – күптәрҙең яратҡан шөғөлө. Районыбыҙҙағы йылға-күлдәрҙә балыҡсылар һуҡмағының ҡыш дауамында өҙөлөп торғаны юҡ.

Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан, Йәнтеш ауылының Һаҡмар йылғаһы буйында, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре тарафынан, балыҡ тотоу буйынса ярыш ойошторолдо. 2025 йыл Рәсәйҙә Ватанды һаҡлаусылар йылы, Башҡортостанда Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылына бағышлап үтте.

Унда был спорт төрөн үҙ итеүсе дүрт тиҫтәнән артыҡ кеше ҡатнашты. Әйтергә кәрәк, балыҡ ҡаптырыу һуңғы йылдарҙа айырыуса популярлашты. Ир-егеттәр генә түгел, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа спорттың был төрөнә күберәк тартыла. Быйылғы ярышта ла илаһи зат вәкилдәре лә үҙ-ара көс һынашты. Ярышҡа старт бирелгәндән һуң, оҙаҡ та көттөрмәй ҡалҡауыстар сиртә башланы һәм беренсе балыҡтар пәйҙә булды. Бәйге талаптары буйынса ике сәғәт ваҡыт эсендә иң күп балыҡ тотоусылар финалға сыҡты.

Шул рәүешле Фәррәх Байғусҡаров –58 дана балыҡ тотоп беренсе урын яуланы, боҙ тишкес бүләк иттек.
Рәсил Байдәүләтов – 38 дана балыҡ тотоп икенсе урынға сыҡты һәм термос менән бүләкләнде.
Илмир Исҡужин өсөнсө урынды яуланы, 28дана балыҡ тотоу һәм газ плита менән бүләкләнде.
Шулай уҡ Мөҙәрис Исҡужин «Иң өлкән балыҡсы» ултырғыс- йәшник, Рәхимйән Байдәүләтов «Иң бәләкәй балыҡсы» балыҡсы кәритәһе , "Иң етеҙ боҙ тишеүсе" Айҙар Ирғәлин (Ғәлиәхмәт ауылы), Рәсил Байдәүләтов "Иң ҙур балыҡ тотоусо" һәм "Иң бәләкәй балыҡ тотоусо" булып Юлдаш (Ғәлиәхмәт ауылы) бүләкләнде.
Ярышта ҡатнашыусы һәр кемгә иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

Бәйгене ойоштороуҙа Антингән ауыл биләмәһе башлығы Айнур Әбделхай улы Юнысов, Аҡъяр ауылының «Кардон» магазины етәксеһе Вәлиев Рөстәм Рәфҡәт улы ярҙам күрһәтте. Ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ.
Байрам аҙағында һәр кем усаҡта бешерелгән ҡайнар балыҡ ашынан һәм самауырҙа ҡайнаған сәйҙән ауыҙ итте.
Аш бешереүсе ҡатын -ҡыҙҙарға рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ, ғаила именлеге теләйбеҙ.

Һаҡмар буйында балыҡсылар ярышты
Һаҡмар буйында балыҡсылар ярышты
Һаҡмар буйында балыҡсылар ярышты
Һаҡмар буйында балыҡсылар ярышты
Һаҡмар буйында балыҡсылар ярышты
Һаҡмар буйында балыҡсылар ярышты
Һаҡмар буйында балыҡсылар ярышты
Автор: Йәнтеш мәҙәниәт йорто
Читайте нас